Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Октябрь 2019, 02:00

Бәхетле ҡартлыҡта ғүмер итегеҙ!

Һәр йыл һайын октябрҙең беренсе көнөндә Түбәнге Әрмет ауылының оло быуын вәкилдәрен ҙурлап хөрмәт белдерәбеҙ. Быйыл да мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған “Йөрәк йәш тип йәшәргә кәрәк” концерт программаһы тәҡдим ителде.

Ҡотлау һүҙе менән Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Шәһиев Әнүр Әҙһәм улы, ауылыбыҙҙа эшләп килгән ветерандар советы рәйесе Ғөбәйҙуллина Йәмилә Нәғим ҡыҙы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Шәрәфетдинова Ләйсән Ғәлиулла ҡыҙы сығыш яһаны.
Хәмиҙә Ҡағарманова, Рәйлә Ибәтуллина, Зилә Шәрипова, Мөғлифә Мирхәйҙәрова башҡарыуында ололарҙың йәш саҡта яратып йырлаған йырҙары яңғыраны һәм заманса йырҙар ҙа башҡарылды. Шамил Сәмиғуллин баянда дәртле көйҙәрен бүләк итте.
Уҡыусылар ҙа өлкән быуынға ҡотлау сәләмдәрен матур йыр, дәртле бейеүҙәр аша юлланылар.
Күтәренке кәйефкә ҡоролған кисә тәмле сәй өҫтәле артында дауам итте. Күңелдәре булған әбей-бабайҙар өҫтәл артында күңел асып, бергәләшеп йырлашып ултырҙылар.

Читайте нас в