Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Сентябрь 2019, 02:00

Ололарҙы байрамға саҡырабыҙ

1 октябрҙә Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан ҡалабыҙҙың мәҙәниәт йортонда тантаналы сара үткәреләсәк.

1 октябрҙә Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан ҡалабыҙҙың мәҙәниәт йортонда тантаналы сара үткәреләсәк.


Муниципаль район хакимиәте, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, социаль хеҙмәттәр, торлаҡ-файҙаланыу хужалыҡтарының белгестәре ололарға мәҙәниәт йортоноң фойеһында сәғәт 10.00-дан консультация ойоштора башлаясаҡ. Үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә лә ошонда уҡ бушлай мөрәжәғәт итергә була. Ололар өсөн шулай уҡ сәй табыны, шашка, шахмат турнирҙары ойоштороласаҡ.


Был көндә «Торатау» йәки «Восход» гәзитенә яҙылыусы һәр кем дә бүләкһеҙ ҡалмаҫ.


Халыҡ-ара ололар көнөнә бағышланған концерт мәҙәниәт һарайында сәғәт 11.00-ҙә башланасаҡ.



Асия МОРАТОВА.

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.

Читайте нас: