Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Сентябрь 2019, 02:00

Марсель Ҡотоев ижадташ дуҫтары менән Ишембайҙа!

Ошо көндәрҙә редакциябыҙҙа ҡунаҡта киң диапазонлы, моңло тауышлы сәхнә оҫтаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев булып китте. Уның ҡабатланмаҫ сағыу сығыштарын халыҡ һәр ваҡыт та көтөп ала. Ә 27 сентябрҙә ишембайҙарҙы Марсель Ҡотоев башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙарынан торған «Туҡтасы ваҡыт, ашыҡма...» исемле концертына саҡыра. Йырсы менән осрашыу уңайынан беҙ ҙә уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Ошо көндәрҙә редакциябыҙҙа ҡунаҡта киң диапазонлы, моңло тауышлы сәхнә оҫтаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев булып китте. Уның ҡабатланмаҫ сағыу сығыштарын халыҡ һәр ваҡыт та көтөп ала. Ә 27 сентябрҙә ишембайҙарҙы Марсель Ҡотоев башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙарынан торған «Туҡтасы ваҡыт, ашыҡма...» исемле концертына саҡыра. Йырсы менән осрашыу уңайынан беҙ ҙә уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.



- Марсель, һеҙ үҙегеҙ Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуып үҫкәнһегеҙ. Йыш ҡына «Буранбай ауылы феномены» тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә – ошо хаҡта гәзит уҡыусыларға аңлатып китһәгеҙ ине.
- Буранбай ауылына Хоҙай үҙе бер мөғжизә бүләк иткәндер ул, тап ошо ҡөҙрәтле ерҙә таланттар күпләп тыуа, тип яҙған ине ҡасандыр академик Әхмәт Сөләймәнов. Ысынлап та, ауылыбыҙҙан күпме талант эйәһе – шағирҙар, йырсылар, ҡурайсылар, бейеүселәр сыҡҡан. Әлеге көндә лә талантлы булмаған бер генә ғаилә лә юҡ. Берәүҙәр был феноменды мәшһүр халыҡ сәсәне Буранбай Ҡотдосов гендары менән бәйләһә, икенселәр, ауыл йыһандан ҡеүәт алған ерҙә урынлашҡан, тип ышана. Ауылыбыҙҙан 12 профессиональ ҡурайсы сығыуы, 70 ҡурайсының төрлө конкурстарҙа еңеүсе булыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Фәннүр менән Фәттәх Аралбаевтар, Иршат менән Азат Ҡарасуриндар, Хәбир Раев, Юнир Һағынбаев, Ғаяз Ғәйетбаев, Нух Ҡотоев кеүек йырсы ауылдаштарым менән ғорурланам. Бөгөн районда, республикала ойошторолған бер бәйге лә буранбайҙарһыҙ үтмәй. Буранбай ауылында тыуып үҫеү – үҙ өлөшөмә яҙмыш тарафынан бирелгән ҙур бәхет, тип уйлайым.
- Ә ижадҡа ни рәүешле килдегеҙ?
- Ата-әсәйем һөйләүенсә, мин өс йәштә үк йырлай башлағанмын... Үҫә төшкәс, ауыл, мәктәп данын яҡлап, районда төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға тура килде. Ә һигеҙ йәшемдә тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә аяҡ баҫтым – Башҡорт дәүләт филармонияһында «Сулпылар» телевизион конкурсында ҡатнашып, «Бибинур» йырын йырланым. Бынан һуң ниндәй генә дәрәжәле бәйгеләрҙә ҡатнашырға тура килмәһен, минең ижади тормошомда «Сулпылар»ҙан да бөйөгөрәк һәм әһәмиәтлерәк ваҡиға юҡ. Тап ошо конкурс артабанғы тормошомдо билдәләне лә инде – киләсәктә йырсы булырымды асыҡ белдем. 2004 йылда башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында үткәрелгән «Ирәндек моңдары» конкурсында – Гранприға, «Гәлсәр һандуғас» телевизион фестивалендә «Йыл асышы» номинацияһына лайыҡ булдым. Ошо конкурстарҙан һуң йырҙарыма клиптар төшөрөп, телевизорҙан да күрһәтә башланылар. 2010 йылда Хакас Республикаһында үткәрелгән «Ут йыры» III халыҡара этник эстрада конкурсфестиваленән еңеү менән ҡайттым. Халыҡ йырҙарына килгәндә, бала саҡтан уҡ Абдулла Солтанов, Рамаҙан Йәнбәков, Сөләймән Абдуллин, Азамат Тимеровтарҙың яҙмаларын тыңлап, өйрәнә килдем. Әсәйемдең әсәһе гармунда уйнап, йырлар ине. Атай-әсәйем дә – оҫта йырсылар. Уларҙың һәр береһе ижад юлымда этәргес көс бирҙе.
- Аңлауымса, һеҙҙең ижад тормошонда үҙгәрештәр булып үткән икән?
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, 2006 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Далан» фольклор-эстрада төркөмөндә эш башлаған инем. Аҙаҡ яңыртылған «Каруанһарай» төркөмөнә йырларға саҡырҙылар. Әлеге мәлдә, Ришат Төхвәтуллин тәҡдиме буйынса, яңғыҙ башҡарыусы булараҡ сығыш яһарға булдым. Май айында Зилә Лира, Ян Лира, Илнур Һибәтуллин, Ынйы Мансурова менән берлектә төркөм булдырҙыҡ һәм концерт менән Баймаҡ, Аҡъяр, Ишембай, Ғафури, Әбйәлил райондары буйлап йөрөп сыҡтыҡ. Коллективыбыҙ берҙәм, ойошҡан. Әйтергә кәрәк, ҡайҙа барһаҡ та, халыҡ ысын күңелдән ҡабул итә. Яңы йылдан һуң Һамар, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Пермь өлкәләренә юл тоторға ниәтләнеп торабыҙ.
- Гәзит уҡыусыларыбыҙға әйтер һүҙегеҙ?
- «Торатау» гәзите менән электән үк яҡындан танышмын. Юл төшкән һайын һуғылып сығырға тырышам. Ә уҡыусыларына бер генә теләк еткерергә теләйем – ысын башҡорт сәнғәтен онотмаһындар ине.
Фото: Марсель Ҡотоевтың шәхси архивынан.
Читайте нас в