Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Сентябрь 2019, 02:00

Алъяпҡысым селтәрле...

Бөгөн Этҡол ауылында алъяпҡыс тегеү, биҙәү оҫталарының район-ҡала конкурсы булып үтте. Ишембайҙа ул тәүге тапҡыр ойошторолһа ла сара бик уңышлы килеп сыҡты.

Бөгөн Этҡол ауылында алъяпҡыс тегеү, биҙәү оҫталарының район-ҡала конкурсы булып үтте. Ишембайҙа ул тәүге тапҡыр ойошторолһа ла сара бик уңышлы килеп сыҡты. Унда төрлө ауылдарҙан килгән алты команданың алъяпҡыс тегеү, сигеү оҫталығы күренде, шулай уҡ йыр-бейеүҙә, мода күрһәтеүҙә, жюри биргән һорауҙарға тиҙ һәм тулы итеп яуап бирә белеүҙә ярыштылар.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса гран-приға Кинйәбулат ауылының “Уңған килендәр ” командаһы лайыҡ булды, 1-се урынды йәнырыҫтар яуланы, 2-се урынды Этҡол ауылы һәм ҡаланың Милли мәҙәниәттәр үҙәге командалары бүлеште, 3-сө урында - Сәлих һәм Биксән оҫталары.

Конкурс тураһында тулы репортажды “Торатау” гәзитенең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.









Фото: автор.
Читайте нас: