Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Сентябрь 2019, 02:00

Арҡа терәрлек күршең булһын ул

Йәмле йәйҙе йомғаҡлап, Үрге Әрмет ауылында күршеләр менән туғандарса мөнәсәбәтте нығытыуға дәртләндергән “Күрше хаҡы- тәңре хаҡы” байрамы үтте.

Йәмле йәйҙе йомғаҡлап, Үрге Әрмет ауылында күршеләр менән туғандарса мөнәсәбәтте нығытыуға дәртләндергән “Күрше хаҡы- тәңре хаҡы” байрамы үтте.


Элек-электән уты һүнһә лә, тоҙо бөтһә лә күршеһенә кергән беҙҙең халыҡ. Ризығы менән бүлешкән, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашҡан, кәңәште лә күршеһе менән ҡорған. Аш-һыу йыйған осраҡта, ике яҡ күршене табынға өндәшмәү гонаһ һаналған. Мунса яҡһа ла күршеһен ҡалдырмаған. Бигерәк тә яңғыҙ ҡарт-ҡарсыҡтарҙың хәлен белешеп тороу күрше-күләндең изге бурысы итеп ҡабул ителгән. Ҡала тормошонан айырмалы күрше хаҡын һаҡлау кеүек аҫыл сифаттарҙы әле лә юғалтмаған ауыл кешеһе.


Байрам концерт менән башланып китте. Ауыл халҡын ҡотларға ауыл советы биләмәһе хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев та килгәйне. Ул ағымдағы йылда биләмәлә башҡарылған эштәр, алдағы көндәргә ниәттәр менән таныштырҙы. Иң тулҡынландырғыс мәл, моғайын да, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, оҙаҡ йылдар балаларға урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәниә Рәхмәтулла ҡыҙы Моратшинаға республикабыҙҙың 100 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалын тапшырыу булғандыр.


Был күңелле байрамыбыҙ ике күршенән торған командалар ярышы формаһында үтте. Утта ла янмаҫ, һыуҙа ла батмаҫ, сабып барған атты ла туҡтатыр көскә эйә булған ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған биш команда үҙҙәренең бар һәләтен үҙенсәлекле итеп өҫтәл әҙерләүҙә, тиҙлеккә самауыр ҡайнатыуҙа, “кузла“ға һалып арҡылы бысҡы менән утын киҫеп ярыуҙа, көйәнтәләп һыу ташыуҙа һынаны.


Ярыштың һуңғы өлөшө ижади номер ине. Командалар рәхәтләнеп элекке халыҡсан йырҙарҙы яңғыратты. Дәртләнеп китеп, тамашасылар араһынан да сәхнәгә сығыусылар булды.


Бер команда ла жюри тарафынан иғтибарһыҙ ҡалманы, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.


Байрам һуңында ҡатнашыусылар үҙҙәре әҙерләнгән өҫтәлдәре менән бар килгән халыҡты һыйланы.


Күршеләр тураһында бик күп йылы һүҙҙәр, йырҙар яңғыраны сарала. Эйе, күрше хаҡы - тәңре хаҡы, тигән әйтемдең оло мәғәнәһен иҫебеҙҙән сығармаһаҡ ине. Ваҡыт-ваҡыт сөкөрҙәшеп сәй эсеп, гәпләшеп алырлыҡ, ауыр сағыңда таяныс булырлыҡ күрше-күлән һәр беребеҙгә насип итһен.


Ауылыбыҙҙа беренсе тапҡыр үткәрелгән Күршеләр байрамында дәртләнеп ҡатнашҡан апайҙарға ҙур рәхмәт әйтәм. Сараны ауылыбыҙҙың матур йолаһы итәйек.




Фото: автор.




Редакциянан. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Ауылдарҙан яңылыҡтар, төрлө хәбәрҙәр еткереп, йөкмәткеле мәҡәләләр юллап тороусы штаттан тыш хәбәрселәр һәр баҫманың бәҫен арттыра. Иҫләйһегеҙҙер, август башында ошондай отҡорҙар, ауыл тормошондағы ваҡиғаларға битараф булмаған һәм редакцияға хат яҙып һалыуҙы ауыр эш күрмәгәндәр араһында конкурс иғлан итеп, еңеүсегә Мөҙәрис Багаевтан бер рам кәрәҙле бал вәғәҙәләгәйнек. Кәңәшләштек тә, был юлы бүләкте ошо мәҡәлә авторы һәм социаль селтәрҙәр аша Үрге Әрмет яңылыҡтары, төрлө сараларҙан фотолар менән һәр ваҡыт уртаҡлаша һалған Фәрзәнә Ғиззәтуллинаға тапшырырға булдыҡ. Фәрзәнә, бүләкте редакциянан килеп алығыҙ! Эш бүләк менән генә бөтмәй әле - һеҙҙе беҙ штаттан тыш хәбәрселәр сафына алабыҙ. Ике Әрметте бер итеп яҙышып торорһоң, уң ҡулыбыҙ булырһың, тип ышанабыҙ.

Читайте нас: