Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Сентябрь 2019, 02:00

Ил терәге ныҡ булһын

Кинйәбулат мәҙәниәт йортонда үткән «Мин яратам һине, тормош» исемле кисәгә олоһо ла, кесеһе лә ихлас йыйылды.

Кинйәбулат мәҙәниәт йортонда үткән «Мин яратам һине, тормош» исемле кисәгә олоһо ла, кесеһе лә ихлас йыйылды.


Ныҡлы ғаилә үҙ усағына рухи көс, далан, ҡот тупларға әүәҫ. Халыҡта юҡҡа ғына, ныҡлы ғаилә – ил терәге, тип әйтмәйҙәр. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре матур итеп биҙәлгән сәхнәгә тәүҙә балалары яңы тыуған ғаиләләрҙе саҡырҙы. Улар – Әлиә менән Ильяс Йәнбирҙиндар, Динә менән Айнур Мөхәмәҙиевтар, Лилиә менән Илфат Мөхәмәҙиевтар, Әлфиә менән Фуат Ҡаһармановтар – тыуған ерҙәрендә нигеҙ ҡороп, киләсәккә матур уй-хыялдар, изге ниәттәр менән юл ярған йәштәребеҙ.


- Ғаилә ишәйтеп татыу йәшәүегеҙ ауылдың ғына түгел, тотош районыбыҙҙың бәҫен күтәрә, - тине район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова йәш ғаиләләрҙе ҡотлап.


Ауылдың әлеге тормошон һуғыш йылында бер телем икмәккә интегеп, ас-яланғас үҫкән малай-ҡыҙҙарҙың хеҙмәтенән тыш күҙ алдына килтереп буламы? Ғүмер буйы колхоздың төрлө тармағында эшләп, әлеге көндә 90 йәшен тултырған Гөлбикә Исхаҡова, Ғәйшә Үмәрбаева, Сәрүәретдин Ҡотлоәхмәтов һәм 96 йәшлек Шәмсиҡәмәр Ғәлимова сәхнә түренән урын алды. Байғужа ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илдус Әмирханов менән ветерандар советы рәйесе Юнир Тимербулатов ололарҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенә рәхмәт әйтеп, ихлас ҡотлап үтте. Юбилярҙарҙы ҡотлау үҙе бер халыҡсан байрамға әйләнде, тиһәң дә була. Юнир ағай гармунда уйнаған саҡта башҡорт кейемендәге оло инәйҙең залдан сәхнәгә күтәрелеп, тыпырҙатып бейеүен күреү үҙе бер кинәнес ине. Сағыу гөлләмәләр тотоп, оло ата-әсәһен ҡотларға сыҡҡан балаларҙың күплегенән сәхнә «гөр» килеп торҙо. Тағы бер абруйлы ҡунаҡ, ауылдаштары – Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Шаһиев, юбилярҙарға башҡорт көйҙәре һымаҡ оҙон ғүмер теләп, йыр бүләк итте.


Йәштән ҡауышып, бер-береһенә булған хистәрен һыуындырмайынса, оҙаҡ йылдар татыу йәшәгән парҙар һәр ваҡыт һоҡланыу тойғоһо уята. Рәүиә менән Әҡсән Сираевтарҙың бергә ғүмер итеүенә 35 йыл булһа, Миңниса һәм Рәүеф Хананновтарҙың ғаиләһе барлыҡҡа килеүгә 40 йыл икән. Сәхнәлә ике ғаилә лә, бер-береһенә тоғролоҡ белдереп, балдаҡтар менән алышты.


- Ҡатыным менән беҙ бәхетле кешеләр. Ул тәртипле, тыйнаҡ, иң мөһиме, ғәҙел кеше. Бер-береңде аңлап, ихтирам итеп йәшәүгә ни етә, - тине ғорурлығын йәшермәй Әҡсән Сираев.











Фото: автор.
Читайте нас: