19 августа Ҡанаҡай мәҙәниәт йортонда һайлауҙарға арналған ҙур мәҙәни сара үткәрелде. Сараның беренсе өлөшөндә урындағы советтарға депутатлыҡҡа кандидаттар менән осрашыу ойошторолдо, ә икенсе өлөшөндә клуб хеҙмәткәрҙәре ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә ауылдың хөрмәткә лайыҡлы кешеләренең 40 йылдан артыҡ эш стажы менән хаҡлы ялға сыҡҡан, дүрт балаға ғүмер биргән Алмабикә менән Урал Ғалиндар, орденлы һауынсы Сәғитова Хәбирә апай, хеҙмәт ветераны, дүрт бала әсәһе Хәбирә Минеғәле ҡыҙын юбилейҙары менән ҡотлап китте.
Бай йөкмәткеле кисә юбилярҙарҙың, килгән ҡунаҡтарҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Кисә мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр коллективы сығышы, юбилярҙарҙың яҡындарының ҡотлауҙары менән үрелеп барҙы. Йәшәреп киткән юбилярҙар ҙа килгән ҡунаҡтарға рәхмәттәрен йырҙары аша белдерҙе. Йәштән бирле сәхнәнән төшмәгән Ғалиндар ғаиләһенең парлап йырлауы, Хәбирә Минеғәле ҡыҙының моңло тауышы, Хәбирә Әхмәт ҡыҙының мөнәжәт уҡыуы алҡыштарға күмелде.
Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре юбилярҙарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Саҡырылған ҡунаҡтар кисәнән ҡәнәғәт булып таралды.