Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Август 2019, 02:00

“МИРАҪ”Ы БАР АУЫЛЫБЫҘҘЫҢ!

Түбәнге Әрмет мәҙәниәт йортонда эшләп килгән үҙешмәкәр “Мираҫ” драма түңәрәген бай тарихы бар. Уның бөгөнгө коллективы ижад менән янған талантлы оло быуын ауылдаштарыбыҙҙың юлын дауам итә.

Түбәнге Әрмет мәҙәниәт йортонда эшләп килгән үҙешмәкәр “Мираҫ” драма түңәрәген бай тарихы бар. Уның бөгөнгө коллективы ижад менән янған талантлы оло быуын ауылдаштарыбыҙҙың юлын дауам итә.


1931 йылда ойошторолған түңәрәктең нигеҙендә Зөһрә Абдуллина, Ибраһим Ғиззәтуллин, Мансур Ғибәҙуллин, Нурислам Гутов, Әҙһәм Абдуллин, Һәҙиә Ғибәҙуллина, Фәниә Ғибәҙуллина, Ғәрифә Ғәлләмова, Әхәт Ҡотлогилдин, Сәйфулла Зөбәйҙуллин, Хисам Зәйнетдинов, Гөлсөм Уразметова кеүек сәхнә һөйгән ауылдаштарыбыҙ тора. Тәү башлап тамашасыларға Ғибаҙулла Ғинийәт улы Сәғиҙуллин етәкселегендә Ф.Бурнаштың “Йәш йөрәктәр” пьесаһы сәхнәләштерелеп күрһәтелә. “Таһир һәм Зөһрә”, “Ҡара йөҙҙәр”, “Ҡарағол”, “Аҫылъяр” спектакелдәре тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителә. Ул замандарҙа “Мираҫ” артистары күрше ауыл сәхнәләрендә лә йыш сығыш яһай. Маҡар, Тәшбүкән, Үтәк, Ибрай, Әрметрәхим халҡы уларҙы көслө алҡыштар менән оҙата. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла ауылыбыҙҙың ижади коллективы үҙ эшен туҡтатмай. “Ғәлиәбаныу”, “Ҡаҙ ҡанаты”, “Ай тотолған төндә” спектаклдәрен әле булһа ололар һағынып иҫләй.


2004 йылдан үҙешмәкәр “Мираҫ” драма түңәрәген Йәмилә Ғөбәйҙуллина етәкләне. Ауылдаштарыбыҙ таланты “Әбейҙәргә ни етмәй?”, “Ләйсән”, “Аҡҡошом минең”, “Һипкелле ҡыҙ”, “Китмәгеҙ торналар” спектаклдәрендә сағыу асылды, һәр әҫәрҙе сәхнәләштергән осор ауыл тормошонда ҙур ваҡиға булып һаҡлана.


Әле лә “Мираҫ”ҡа төрлө өлкәлә эшләп йөрөгән ауылдаштар йәлеп ителгән. Бөтмәҫ тормош мәшәҡәттәре арһында ваҡыт табыуҙары, илһамланып ролдәргә тотоноуҙары өсөн рәхмәт уларға! Әрмет ауылы элек-электән йыр-моңға, нәфис һүҙгә оҫта кешеләре менән ғорурлана, ошо мираҫты үҫтерергә, лайыҡлы дауам итергә, йәш артистарыбыҙҙы үҫтерегә маҡсат ҡуя беҙҙең “Мираҫ”!




Фотола: Х.Ибрагимовтың “Башмағым” спектакленән күренеш (1960 йыл). Кәрим бай – Түрйән Вәлитов, Сәрби – Нажия Муратшина, Сәрүәр – Разия Ғәбиҙуллина, Вафа – Миниәхмәт Ғәлиуллин, Маһруй – Хөсни Мурзағәлиева, Хөсни - Әсмә Ибәтуллина.
Читайте нас: