Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Август 2019, 02:00

Ҡала көнө программаһы

Ишембай - Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Дан ҡалаһы – иртәгә, 24 август, күркәм байрамын билдәләй. Ҡала көнө төрлө мәҙәни һәм спорт сараларға бай буласаҡ. Байрамға рәхим итегеҙ, яҡташтар!

Ишембай - Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Дан ҡалаһы – иртәгә, 24 август, күркәм байрамын билдәләй. Ҡала көнө төрлө мәҙәни һәм спорт сараларға бай буласаҡ. Байрамға рәхим итегеҙ, яҡташтар!


09.00-09.30 - «Ишем» заводын асыу тантанаһы, «Лето» күңел асыу үҙәгендә байрам саралары.


09.40-10.10 - «Башҡорт ихаталары», «Подъездарҙы капиталь ремонтлау» программалары буйынса үткәрелгән ремонттан һуң подъездарҙы һәм ихаталарҙы асыу;


Ошо уҡ ваҡытта Башҡорт нефтен беренсе асыусылар майҙанында сәнәғәт предприятиеларының күргәҙмәһе, Ленин проспектында ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола;


10.10-10.25 - «Геройҙар аллеяһы» һәйкәленә сәскәләр һалыу;


10.00-11.20 – “Яратам һине, Ишембай!” шиғриәт акцияһы; аттарҙы дрессировкалау оҫтаһы Татьяна Носова һәм фольклор коллективтарының сығышы; этно-күргәҙмә; “Яратҡан ҡаламды һүрәткә төшөрәм” конкурсы; шашка, шахмат турниры;


10.25-11.10 – “Нефтсе” стадионда Ишембай һәм Өфө футбол командалары араһында ярыш. Ошонда уҡ «Балаңды спортҡа килтер» акцияһы барасаҡ.


11.10-11.20 – Почетлы граждандар менән осрашыу;


11.20-13.30 – Ҡала көнөн асыу:


- “Мин яратам һине, Ишембай” хореографик композицияһы;


- ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының сығышы;


- Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовтың сығышы;


- ҡаланың Почетлы граждандарын тәбрикләү;


- коляскалар, сәскәләр, милли кейемдәр парады;


- Ишембай районы һәм Стәрлетамаҡ филармонияһының бейеү коллективтары ҡатнашлығында бейеү флешмобы;


- 50, 60 йыл бергә ғүмер иткән ғаилә парҙарын, күп балалы ғаиләрҙе, яңы өйләнешкән парҙарҙы, донъя чемпиондарын тәрбикләү;


- Стәрлетамаҡ филармонияһы артистары һәм танылған йырсы Ғәзим Ильясовтың концерты;


13.30-15.00 – Парадтарға йомғаҡ яһау һәм бүләкләү;


18.00-22.00 - киске программа. Мәскәү ҡалаһынан “Кино”, “Инь-Янь” төркөмдәре, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ишембайҙарға һәм ҡунаҡтарға бай концерт программаһы тәҡдим итә.


22.00 - байрам фейервергы.




Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.
Читайте нас: