Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Август 2019, 02:00

ҠАЛА КӨНӨНӘ – КҮМӘКЛӘП!

Күптәнге йола буйынса август айында Ишембай матур байрамын – Ҡала көнөн билдәләй. Киләһе шәмбе, 24 август, барыбыҙҙы ла ошо йөкмәткеле, сағыу сара көтә.

Күптәнге йола буйынса август айында Ишембай матур байрамын – Ҡала көнөн билдәләй. Киләһе шәмбе, 24 август, барыбыҙҙы ла ошо йөкмәткеле, сағыу сара көтә.
Иртә менән ҡаланың Ленин исемендәге майҙанына ғаилә менән ашыҡҡандар һис шикһеҙ отор – бер-бер артлы төрлө саралар тап ошонда үтәсәк. Аллеяла һәр саҡтағыса оҫталар ҡаласығы, һөнәрмәндәребеҙҙең ҡул эштәре, Ишембайға арналған фотокүргәҙмә урынлашасаҡ. Ата-әсәләр һәм сабыйҙары ҡатнашлығында “Коляскалар парады” һәм быйылғы байрам үҙенсәлектәренең береһе - “Автоледи” конкурсы ла тамашасыларға матур кәйеф бүләк итер, тип ышанабыҙ. Көн дауамында майҙанда концерт, балалар, йәштәр өсөн төрлө ижади конкурстар, спорт саралары барасаҡ. “Балаңды спортҡа килтер” проекты менән дә ишембайҙар яҡшы таныш. Йыл һайын тап Ҡала көнөндә тормошҡа ашырылған был һөҙөмтәле проект аша йөҙәрләгән бала, үҫмер үҙе өсөн яҡын спорт төрөн асып, төрлө секция, түңәрәктәргә яҙылып ҡала. Байрамдың был өлөшө иртәнге сәғәт 10-да “Нефтсе” стадионында башланасаҡ.
Билдәле артистар сығышы һәм фейерверкмы? Әлбиттә, ҡалабыҙ байрамында быларҙың барыһы буласаҡ. Байрам йәме – дәртле халыҡ. Тыуған ҡалабыҙҙы күмәк ҡатнашлыҡ менән ҙурлайыҡ!
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.
Читайте нас: