Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Август 2019, 02:00

Байрам йәме булығыҙ!

24 августа Ишембайҙа Ҡала көнө үтәсәк.

24 августа Ишембайҙа Ҡала көнө үтәсәк.
Байрам уңайынан Ленин исемендәге майҙанда коляскалар парады һәм “Автоледи” конкурсы уҙғарыу ҙа ниәтләнгән.
Тәүге шоу райондың йәштәр эштәре буйынса комитет белгестәре тырышлығы менән йыл һайын ойошторолоп килә. Унда йәш ата-әсәләр балалар коляскаһын сағыу һәм үҙенсәлекле итеп биҙәргә тейеш. Ә бына “Автоледи” конкурсы быйыл тәүге тапҡыр үтәсәк. Унда ҡатнашыусы гүзәл заттар автомобиль менән идара итеүҙә теория белемдәрен һәм йөрөү алымдарын күрһәтәсәк. Матур тамаша геройҙары булырға дәрт итһәгеҙ, 2-81-08 һәм 8-917-38-371-52 телефоны буйынса шылтыратығыҙ
Фото: редакция архивынан.
Читайте нас: