Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Август 2019, 02:00

Илһам шишмәләре ағыла

Ишәй ауылы мәҙәниәт йортонда "Илһам шишмәләре" тип аталған йырлы-шиғырлы, матур әҙәби кисә булып үтте. Бай программалы кисә ауылдаштар күңеленә хуш килде.

Ишәй ауылы мәҙәниәт йортонда "Илһам шишмәләре" тип аталған йырлы-шиғырлы, матур әҙәби кисә булып үтте. Бай программалы кисә ауылдаштар күңеленә хуш килде.
Кисәне әкиәтсе, яҙыусылар союзы ағзаһы Флюр Яхинды иҫкә алыу менән башлап ебәрҙек. Уға арнап бергә уҡып үҫкән йәштәше Суфия апай Ғөбәйҙуллинаның шиғыры уҡылды. Флюр Яхиндың ижады һәм тормошо тураһында экранда слайд күрһәтелде. Флюр һәм Нурия Яхиндар автокатастрофала, фәжиғәле һәләк булғайнылар. Уларға бағышлап мин "Ике аҡҡош" йырын башҡарҙым.
Яңы ғына 75 йәшен тултырған Фәйзелғаян ағай Ғималетдинов матур шиғырҙарын уҡып ишеттереүе менән бер рәттән йәштәрсә, еңел итеп бейене лә. Мин дә шиғыр, йырҙарымды аралаштырып башҡарҙым.
Кисә аҙағында мәҙәниәт йорто етәксеһе Сүриә Ғаяз ҡыҙы ижади уңыштар теләп, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Фото: автор.
Читайте нас: