Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Август 2019, 02:00

Дәрт-дарман өләшә “Дарман”

Сәлих ауылының “Дарман” халыҡ театры коллективы тураһында яҙыу теләге күптән бар ине. Район күләмендәге сараларҙа ҡатнашһындармы, үҙҙәрендә ауылдаштарын әле был, әле теге спектакль менән һөйөндөрһөндәрме – һәр саҡ һоҡландыра, тормош дәрте өҫтәй улар сығышы. Бөгөнгө әңгәмәне театр коллективының режиссеры Вәли ҒӘЛИЕВ менән ойошторҙоҡ.

Сәлих ауылының “Дарман” халыҡ театры коллективы тураһында яҙыу теләге күптән бар ине. Район күләмендәге сараларҙа ҡатнашһындармы, үҙҙәрендә ауылдаштарын әле был, әле теге спектакль менән һөйөндөрһөндәрме – һәр саҡ һоҡландыра, тормош дәрте өҫтәй улар сығышы. Бөгөнгө әңгәмәне театр коллективының режиссеры Вәли ҒӘЛИЕВ менән ойошторҙоҡ.
- Вәли Хәбибулла улы, тәүҙә театрығыҙ тарихына байҡау яһайыҡ әле?
- Уның тамыры 1930 йылдарға барып тоташа. Драма һәм хор коллективы булараҡ ойошторола ул. Оҙаҡ йылдар уға Сәфәрғәли Шәрипов етәкселек итә, ул бик һәләтле етәксе һәм музыкант була. Күрше колхоздарға ла сығыштары менән сығалар. Шундай осраҡтар ҙа була, ҡатын-ҡыҙ роленә артистар етмәгән ваҡытта уларҙы ир-егеттәр алмаштыра. Коллектив ағзаларының хатта Мәскәү сәхнәһендә сығыш яһауы билдәле.
Йылдар үтеү менән яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Ғөмүмән, сәлихтар элекэлектән сәнғәтте ярата. Районыбыҙ данын республика кимәлендә яҡлап сығыш яһауҙар, ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр драма коллективы яулаған лауреат дипломдары ошо хаҡта һөйләй.
Сәлихтың таланттарын һөйләгәндә Тәлғәт Мөхәмәҙуллин тураһында әйтеп үткем килә. Яҡташыбыҙ тәүҙә үҙе коллективта уйнап йөрөй, аҙаҡ режиссерлыҡҡа уҡып ҡайтҡас, Салауат ҡалаһының Нефтехимиктар мәҙәниәт һарайында халыҡ коллективы ойоштороп ебәрә. Тыуған ауылына ҡайтҡан арала ғына ул әллә күпме спектаклдәр һалырға ярҙам итә.
1985 йылда театр коллективы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40 йыллығына арналған художестволы үҙешмәкәр ҡатнашыусыларының Бөтә Союз смотрында ҡатнаша һәм юғары баһаға лайыҡ була, маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.
Электән театр эшмәкәрлеге беҙҙә көслө була һәм бөгөн дә был эште лайыҡлы дауам итергә тырышабыҙ.
- Бөгөнгө “Дарман” ниндәй ул? Кем уның артистары?
- “Дарман” театр коллективының артистары үҙгәреп тора. Шулай ҙа төп состав һаҡланып килә. Исемләп әйтеү китеү яҙыҡ булмаҫ: Фарис Ғиззәтуллин, Айгөл Ибраһимова, Ринат Исламғолов, Нәсимә һәм Әхмәт Шаньязовтар, Райхана Әхмәтова, Зәйтүнә һәм Илдар Мостафиндар, Тәнзилә Ғөзәирова, Илдус Хәмитов, Рөстәм Мөхәмәҙуллин һәм үҙем ҡатыным Рәзилә менән сәхнәгә тоғро хеҙмәт итәбеҙ. Беҙҙең коллектив шуныһы менән үҙенсәлекле - спектаклдәргә ирлеҡатынлыларҙы йәлеп итергә тырышам, шулай эшләүе күпкә еңел, ролдәр отошло килеп сыға. Бер сәхнәгә сыҡҡандар һәр ваҡыт ошо ғәжәп донъяға тартылып тора. Тәүҙә ҡатыны килеп, аҙаҡ ирен, балаларын да алып килеүселәр бар. Улдарым да спектаклдәрҙә ҡатнаша, улар миңә ҡарағанда яҡшыраҡ уйнай тип әйтә алам. Коллективыбыҙҙың тағы ла бер өҫтөнлөгө – ул талантлы ир-уҙамандары менән дан тота, бер халыҡ театрында ла ул тиклем ир-ат юҡ. Бөгөн бөтәһен дә ролгә ирҙәрҙе табыу проблемаһы борсой, беҙгә улар көнләшеп ҡарай. Ҡасан тағы ла спектакль ҡуябыҙ, тип үҙҙәре ҡабаландырып тороусы артистар булғанда театр гөрләп эшләйәсәк!
1970 йылдарҙан сәхнәнән төшмәгән ветерандарыбыҙҙы ла ҙур хөрмәт менән телгә алғым килә: Мәрйәм Маннанова, Әхмәт Шаньязов, Илдар Мостафин - улар 50 йылға яҡын театр сәнғәтенә тоғро ҡала. Әйткәндәй, Илдар Әхмәт улы оҫта рәссам булараҡ, сәхнә биҙәү эштәрендә лә ҙур ярҙам күрһәтә. Ләкин үкенесле мәлдәр ҙә булмай тормай - оҫтарып бөткән актерҙарыбыҙҙың төрлө сәбәптәр менән ауылдан китеүе беҙҙең өсөн оло юғалтыу.
- Ролдәр нисек бүленә?
- Тәүҙә әҫәр һайлайбыҙ, аҙаҡ ролдәр бүленә. Пьесаны уҡыу барышында уҡ кемдең ниндәй ролгә тура килере күҙ алдымдан үтә. Халыҡ дәртле беҙҙә, роль эләкмәһә, үпкәләп ҡуйыуҙары ла ихтимал. Шуға актерҙарға ҡытлыҡ тоймайым. Йылына ҡайһы саҡта ике спектакль өлгөртәбеҙ. Күберәк комедия көтә тамашасы. Бөйөк Еңеүҙең юбилей даталары кеүек ҙур ваҡиғаларға әҙерләгән драмалар ҙур уңыш ҡаҙана.
- Спектакль әҙер булғас, иң тәүҙә уны ауылдаштар хөкөмөнә сығараһығыҙҙыр?
- Премьераны икенсе ауылда күрһәтеү яғындамын. Аҙаҡ инде, ролгә ныҡлы ингәс, үҙебеҙҙең ауылдаштарға. Үҙеңдекеләр алдында сығыш яһау үтә лә яуаплы бит. Күберәк гастролдәр менән яҡын-тирәләге Әхмәр, Ҡанаҡай, Маҡар, Этҡол, Биксән, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдарына сығабыҙ. Театр яратҡан ауылдарҙы белеп бөткәнбеҙ. Яртылаш буш залға спектакль ҡуйыуы ауыр. Төрлө ауылдың тамашасыһы бер-береһенән айырыла. Спектаклдән һуң эргәгә килеп тәьҫораттары менән бүлешһәләр, рәхмәт әйтһәләр, күңелдәр күтәрелеп китә. Тамашасы менән бәйләнеш булыу-булмауы сәхнәгә сығыу менән һиҙелә.
- Ишембайҙарға, театр һөйөүселәргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
- Дуҫтар, тамашаларға йөрөгөҙ, ҡатнашығыҙ, сөнки театр рухи байлыҡты арттыра, тәрбиәләй һәм бай тойғолар уята. Барлыҡ мәшәҡәттәрҙе оноттороп, үҙ донъяһына сумдыра, күңелдәрҙе дауалай, тормошто аңларға өйрәтә театр!

Фото: автор.
Читайте нас: