Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Август 2019, 02:00

САМАУЫРҘЫ ЙЫҠТЫҠ БИКСӘНДӘ

Самауыр артында осрашыуҙар кемгә генәҡәҙерле түгел? Сәйе лә, тәмләп бөткөһөҙ, башҡатөрлө. Шундай табын артында үткәрелгән байрамдар ғаиләлә үҙ-ара татыулыҡты, быуындарбәйләнешен нығыта. Тап ошо маҡсат менән Биксәнауылында үткән йома күркәм сара – Самауыр байрамы ойошторолдо.

Самауыр артында осрашыуҙар кемгә генә ҡәҙерле түгел? Сәйе лә, тәмләп бөткөһөҙ, башҡа төрлө. Шундай табын артында үткәрелгән байрамдар ғаиләлә үҙ-ара татыулыҡты, быуындар бәйләнешен нығыта. Тап ошо маҡсат менән Биксән ауылында үткән йома күркәм сара – Самауыр байрамы ойошторолдо.



Арлар, Һайран, Бәләкәй Мәҡсүт, Биксән, Яңы Әптек ауылдарынан бәйге майҙансығына сыҡҡан килендәрҙең һәр береһенең һәләттәре, уңыштары иғтибарға лайыҡ булды. ...Килен миңә ауыр һүҙ әйтеү түгел, сәй яһаған саҡта күтәрелеп ҡарарға ла оялып, самауыр артына боҫоп ҡына ултыра, тип яҡлаған өләсәйемде ҡайныһы. Самауыр тигәс, әле ошо хәл иҫкә төшөп китте. Әлбиттә, хәҙерге заманда сая, сос, һүҙгә йор килендәрҙе самауыр артына ғына йәшереп ултыртып булмай. Улар, һис шикһеҙ, сәхнә, табын күрке булырға тейеш.


- Рәсәйгә самауырҙы Петр I Голландиянан алып ҡайтҡан тигән легенда бар. Ысынбарлыҡта иһә самауырҙар Петр батша үлгәндән һуң ярты быуат үткәс күренә башлай, - тип боронғо мәғлүмәттәр менән сараны алып барыусы Гөлсөм Хөснетдинова таныштырҙы. - Рәсәйҙә тәүге самауырҙы Уралда эшләйҙәр. Самауырҙың тыуған ере Тула тип иҫәпләнһә лә тарихи факттар уның тәү тапҡыр Суксунда эшләнеүен раҫлай.


Самауыр байрамында Биксән ауылынан сыҡҡан таланттар – Гүзәл Үмәрғәлина һәм Айҙар Үмәрғәлин бергә башҡарған көй тағы ла йәмләндереп ебәрҙе. Гүзәлдең думбыра сыңы - сал ҡылғанлы далаға, Айҙарҙың ҡурай моңо мәғрүр ҡаялы тауҙарға саҡырғандай булды.


- Ауылдан сығып киткәнемә арыу уҡ ваҡыт үтте. Бөгөн ошо конкурста ҡатнашҡан еңгәләргә, килендәргә ҡарап һоҡланмай булмай. Улар бар һәләтен һалып әҙерләгән милли ризыҡтарҙың, самауыр сәйенең тәме оҙаҡ ҡына хәтерҙә һаҡланыр, - тип үҙ тәьҫораттары менән бүлеште Башҡортостандың халыҡ инструменттары милли оркестры солисткаһы Гүзәл Үмәрғәлина.


Мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнара Садыҡова сценарийы буйынса бәйгеселәр йыр-бейеү конкурсында ғына ҡатнашып ҡалманы, ә аш-һыу әҙерләү һәләтен дә күрһәтте – кемдең самауыры иң беренсе ҡайнар ҙа иң тәмле сәйен өлгөртөр? Баһалама ағзалары Самауыр байрамының еңеүсеһе тип Арлар ауылынан Зәлиә Зәйнетдинованы билдәләне. Бынан тыш тамашасылар өсөн дә милли уйындар ойошторолдо. Балалар ҙа ололарҙан ҡалышманы, уйынсыҡ атҡа атланып алды.


Һайран ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әминә Мәһәҙиева иһә барса халыҡҡа матур теләген еткерҙе:


- Шыжлап ултырған самауыр һәр ваҡыт яҡындарҙы бер табынға йыйһын, быуындарҙы бәйләп торһон!









Фото: автор.
Читайте нас: