Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Июль 2019, 02:00

Гөрләт сәхнәләрҙе, Фәйзелғаян ағай!

Тормош ул үҙе бер ҙур театр. Сәхнәләргә сығып, үҙенә ышанып тапшырылған ролдәрҙе тамашасыға еткереү бик ҙур батырлыҡ.

Тормош ул үҙе бер ҙур театр. Сәхнәләргә сығып, үҙенә ышанып тапшырылған ролдәрҙе тамашасыға еткереү бик ҙур батырлыҡ.
Ишәй мәҙәниәт йортонда бер нисә тиҫтә йыл унышлы эшләп килгән “Хазина” башҡорт фольклор коллективы тарафынан әҙерләнгән тамашаларға халыҡ ихлас йөрөй, яратып ҡабул итә. Ауылыбыҙ таланттары төрлө республика һәм район конкурсфестивалдәрендә унышлы сығыш яһай һәм лауреат исемдәрен яулай. Шундай ҙур уңыштарға өлгәшеүҙә коллективта төрлө йылдарҙа эшләгән әүҙем ҡатнашыусылары, сәхнәгә һәм сәнғәткә бар күңелен биреп тоғро хеҙмәт иткән халыҡ ынйыларының өлөшө бик ҙур. “Хазина”ның иң тәжрибәле, оло йәштәрҙәге солистарының береһе Фәйзелғаян ағай Ғималетдинов ошо көндәрҙә үҙенең күркәм ғүмер байрамын - 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Матур сара Ишәй ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Юбилярҙы ҡотларға барлыҡ туғандары, яҡындары һәм сәхнәләш дуҫтары йыйылғайны. Юрис Илсеғолов, Рузалия Ниғмәтуллина, Сәлимә Тимербаева башҡарған йырҙар һәм “Ләйсән” бейеүе коллективының бейеүҙәре байрамды тағы ла йәнләндерҙе.
Олоғайһам да ярһыу йөрәгемдә

Дөрләп янған уттар һүнмәгән,
ти Фәйзелғаян ағай үҙенең шиғыр юлдарында. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәш быуынға остаз, өлгө булып тора ул. Сәхнәләрҙә тиҫтәләгән ролдәрҙе генә башҡарып ҡалмай, ижад менән дә янып йәшәй. Һуңғы йылдарҙа Ишәй мәҙәниәт йортоноң шиғриәт ойошмаһы тарафынан “Хәтер түрҙәренән”, “Илһам шишмәләре”, “Мөхәббәт шиғырҙары” исемле шиғырҙар йыйынтығы сығарылды.
Фәйзелғаян ағай күптән мәҙәни тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүерелгән. Уға оҙон ғүмер, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, илһам шишмәләренең сылтырап ағыуын, сәхнәгә булған һөйөүе бер ваҡытта ла һүнмәүен теләйбеҙ!
Гөлфиназ ИЛЬЯСОВА.
Фото: Гөлназ Ишембаева.
Читайте нас: