Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Июль 2019, 02:00

ШӘЖӘРЕҢДЕ БЕЛ

20 июлдә Иҫәкәй ауылында ДАУЫТОВТАР нәҫеле үҙ тамырҙарын барларға, нығытырға йыйылды.

Хәтерләүҙән ҡурҡма һин!

Үткәнеңде онотма һин!

Бел һин йыраҡ бабаларҙың

Нисек итеп көн иткәнен,

Ниндәй уйҙар,

Ниндәй моңдар

Беҙгә ҡалдырып киткәнен.
Тыуған ауылыбыҙ Иҫәкәйҙә күп туғандарҙы күрешеп-осрашыу - оло бәхет. Шәжәрә байрамының маҡсаты ла шунда: туғандар осрашһын, йәш быуын нәҫелен, туған-тыумасаһын белеп үҫһен, ауыл йолалары йәшәрһен, йәшәһен тигән теләктәбеҙ.
Тамыры булған ағас ҡына үҫә, нығый, тамырһыҙы ҡорой, тиҙәр. 20 июлдә беҙҙең ауылда ДАУЫТОВТАР нәҫеле үҙ тамырҙарын барларға, нығытырға йыйылды. Әйткәндәй, минең ауылда эшләй башлағандан алып, йәғни дүрт йыл эсендә, был бишенсе Шәжәрә байрамы.
Ауылыбыҙ һүнмәһен һәр ваҡыт балҡып торһон, Шәжәрә байрамдары ла дауам итер, тигән өмөттәмен.
Мәҙинә Алтынбаева.
Фото: автор.
Читайте нас: