Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Июль 2019, 02:00

Офоҡтарҙы киңәйтте “Ҡош юлы”

2011 йылдан тарихын барлаған «Ҡош юлы» бард фестивале йыр-моңға һәм шиғриәткә ғашиҡ йәштәрҙе быйыл йәмле Аҙнай яланында осраштырҙы.

2011 йылдан тарихын барлаған «Ҡош юлы» бард фестивале йыр-моңға һәм шиғриәткә ғашиҡ йәштәрҙе быйыл йәмле Аҙнай яланында осраштырҙы.
Шағир Рәшит Назаровтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған фестиваль ижад, башҡорт йырҙары мөхитенә сумдырҙы. 12-14 июлдә, өс көн дауамында барған сара, әлбиттә, ойоштороу эштәренә күп көс һалыуҙы талап итте. Фестиваль режиссеры Миңзәлә Яхина әйтеүенсә, сара районыбыҙ хакимиәте ярҙамы һәм хеҙмәттәшлегенән, дәртле йәштәр командаһынан башҡа мөмкин булмаҫ ине. Күбеһе Ишембай районы йәштәре булған ирекмәндәр күңел биреп ярҙам иткән, һынатмаған. Беренсе көн урынлашыу, ҙур усаҡ тирәләй йыр-моң аша танышыу булһа, икенсе көн төрлө спорт ярыштары барҙы, кисен иһә сәхнә янында төп саралар - бард һәм шиғриәт бәйгеһе, “Ҡош юлы”нда төрлө йылдарҙа еңеүсе йәштәрҙең йәнле концерты үтте. Район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов бер майҙанға тупланған бәйгеселәрҙе, республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән тамашасыларҙы сәләмләп, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә маҡсатланған, йәш таланттарҙы асҡан фестивалгә артабан да уңыштар теләне. Ҡатмарлы сиргә дусар булған шағир Рәшит Назаровтың һуңғы йылдарын тап Ишембайҙа үткәреүе лә хөрмәт менән иҫкә алынды.
Ойоштороусыларҙың береһе, шиғриәт бәйгеһенең баһалама ағзаһы Айгөл Йәмилева билдәләүенсә, айыҡ тормошҡа һәм сараларға саҡырыу ҙа фестивалде ойоштороуҙа төп принцип була. Әйткәндәй, шиғриәт бәйгеһенең баһалама ағзалары араһында ике яҡташыбыҙ ҙа бар ине: шағирә Ғәлиә Фәйзуллина һәм «Торатау» гәзитенең хәбәрсеһе Айһылыу Вахитова. Улар Лариса Абдуллина, Минзәлә Шөғәйепова, Ғәзиз Әбделмәнов менән бер командала бәйгегә ебәрелгән шиғырҙарҙы анализлауҙа һәм финалистарҙы асыҡлауҙа эшләне. Бардтар сығышын баһалау район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова, «Тамыр» балалар телеканалының директоры Гөлназ Ҡолһарина, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының етәксеһе Гөлназ Йосопова, «Ҡош юлы» фестивале лауреаты, эшҡыуар Рөстәм Миһранов иңендә булды.
Финалға үткән егерме ҡатнашыусы араһынан «Ҡош юлы-2019»-ҙа гитара йыры менән Күгәрсен районы егете Нәғим Шәрипов еңеүсе тип танылһа, шиғриәт бәйгеһендә төп урын Хажы ауылынан Айһылыу Дауытовала. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты булған ҡыҙҙың ижадына килгәндә, Ш.Бабич премияһы лауреаты, шағирә Лариса Абдуллина уға ҙур баһа бирҙе:
- Быйыл Гран-при яулаған Айһылыу Дауытованың шиғырҙары күңелгә үтеп инде. Уның яҙғандары нимәһе менәндер Рәмзилә Хисаметдинованың ижадын хәтерләтә.
Тағы ике яҡташыбыҙ, шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашыусы Роберт Горбунов менән Зәйтүнә Усманова «Башҡортостан» гәзитенең махсус бүләгенә лайыҡ булды. 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Роберт Горбунов, йәш булыуына ҡарамаҫтан, стилистик йәһәттән өлгөргән шиғырҙары менән иғтибарҙы яуланы. Роберттың хыялдары яҡты, киләсәктә өйләнгәс, кәләшем, балаларым менән дә «Ҡош юлы»на килеп йөрөрмөн, ти ул. Фестиваль үҙенең йөкмәткеһе, мөхите менән рухлы егеттең күңелен яулай алған тимәк.
Бардтар бәйгеһендә еңеүсе Нәғимдең дә фестивалдән алған тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһындыҡ:
- «Ҡош юлы»нда йырҙарымды йырлап, мине ижад итеүгә тағы ла нығыраҡ дәртләндергән дуҫтарыма рәхмәтем ҙур. Бәйгене ойоштороусы Тимур Йосопов менән Миңзәлә Яхинаның тырышлығы, ғәййәрлеге айырым баһалауға лайыҡ. Мәңге хәрәкәттә, һүҙгә йор булғандары өсөн мин уларҙы, шаяртып, «энерджайзер»ҙар тип атайым. Аҙнай яланы минең һымаҡ йәштәрҙе фекерҙәш, рухташ итте, таланттарға ҡанат ҡуйҙы.
Асия МОРАТОВА.

Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова.
Читайте нас: