Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Июль 2019, 02:00

Ғаилә бәхете - ил бәхете

8 июлдә Үрге Әрмет мәҙәниәт йорто алдында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған “Берҙәм, татыу ғаилә – илгә терәк” тип аталған бик матур байрам үтте. Был көндө “Ғаилә” төшөнсәһе тураһында күп һөйләнелде, ғаилә ҡиммәттәре тураһында йылы һүҙҙәр яңғыраны.

8 июлдә Үрге Әрмет мәҙәниәт йорто алдында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған “Берҙәм, татыу ғаилә – илгә терәк” тип аталған бик матур байрам үтте. Был көндө “Ғаилә” төшөнсәһе тураһында күп һөйләнелде, ғаилә ҡиммәттәре тураһында йылы һүҙҙәр яңғыраны.
Эйе, ғаилә кешегә кәрәкле йылы усаҡ ул. Ғаиләнән башҡа ысын бәхет була алмай. Ғаилә – ул бәхеттең нигеҙе. Кеше күңеленең киңлеге нәк бына ғаилә ҡороп йәшәй башлағас асыла. Ниндәй генә ҡупшы йортта йәшәмәһен кеше, ғаиләһе булмаһа, ул – йорт-ерһеҙ. Ә ғаиләнең гөлө - ул бала. Ата-әсәнең һәр алған һулышы, һәр ынтылышы, һәр ҡыуанысы - ул бала. Ата-әсә өсөн тәрбиәле баланан да ҙур байлыҡ булмаҫ.

Ғаилә - тормоштоң ҡанундарына буйһоноп йәшәргә бирелгән ниғмәт. Баланан: "Әсәй-атайыңды ни өсөн яратаһың?" - тип һорағанда, тәмле ашатҡандары, матур кейендергәндәре өсөн түгел, ә бөтә йылылығын биргәндәренә, йомшак телдәре, ғаилә усағын һаҡлай белгәндәре өсөн, тормоштоң мөһим яҡтарын аңлата алғандары өсөн яратыу һәм хөрмәт булһа ине. Матурлыҡ та, аҡса ла, хатта кеше үзе лә бөгөн бар, иртәгә - юҡ. Шуның өсөн, дөрөҫ тәрбиә - әсәй-атайҙың балаларына ҡалдырған иң ҙур байлығы.
Ғаилә - киләсәк быуын өсөн үрнәк тә. Ул камиллыҡҡа ынтылыу, үҙеңдән һуң һиңә доға ҡылырлыҡ һәм һинең дауамсыларың булырлыҡ нәҫел ҡалдырыу.
Бәләкәй генә байрамды ла ҙурлап үткәрҙе Үрге Әрмет ауылы халҡы. Ғаилә байрамы ике өлөштән торҙо. Иң тәүҙә ҡотлауҙар яңғыраны. Ул сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Беҙҙең Үрге Әрмет ауылында пар ҡанатлы, һикәлтәле ғүмер юлдарынан матур итеп бергә атлаусы, бер-береһен яратып, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп, донъяларын иҫең китмәле, бөхтә итеп тотоусы, уны әкиәт донъяһына әйләндереп, шунан йәм алып йәшәүсе ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе Милә Рәфҡәт ҡыҙы менән Ғаяз Ғаззали улы Ғибәҙуллиндар ғаиләһе. Ауылыбыҙҙың ошо егәрле, уңған ғаиләһе быйыл район күләмендә үткәрелгән һабантуйҙа “Өлгөлө ихата” конкурсында ҡатнашып, дәртләндереү призына лайыҡ булды. Ошо матур байрамда уларға ике мең ярымлыҡ аҡсалата сертификатты Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әнүр Әҙһәм улы Шаһиев тапшырҙы. Әлбиттә, күп аҡса түгел, әммә йөрьәт итеп, батырсылыҡ итеп ҡатнашҡандары мең маҡтауға лайыҡ! Көтмәгәндә-уйламағанда, Ғаяз ағай сәхнәгә күтәрелде лә ҡулындағы сетификатты “ Клуб ҡыҙҙарына ярҙам булһын,” - тип мәҙәниәт йорто мөдире Рима Мөхәррәм ҡыҙына тапшырҙы. Ҙур рәхмәт уларға! Афарин, Ғибәҙуллиндар! Афарин, Милә апай, Ғаяз ағай!
Шулай уҡ ошо көндө хакимиәт башлығы тырышып донъя көтөүсе, ауылыбыҙға йәм һәм йән биреп йәшәүсе ғаиләләребеҙҙе, ҡорған донъяларынан нур бөркөп тороусы “Өлгөлө ихата” хужаларын, Зәйтүнә Әхәт ҡыҙы һәм Фәнир Барый улы Ғәбиҙуллиндар, Раушания Рәшит ҡыҙы һәм Руслан Зариф улы Әбсәләмовтар ғаиләләрен бүләкләп китте.
Артабан иһә йыл дауамында мәҙәниәт йортонда үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙҙы, район буйынса үткән спорт ярыштарынан бер ҙә ситтә ҡалмаған йәштәребеҙҙе ҡотлап киттек. Йәштәргә рәхмәт ҡағыҙҙарын Ибраһим Ғиззәтуллин исемендәге Әрмет урта мәктәбе уҡытыусыһы, спорт буйынса методист Әнүр Юнир улы Кәримов тапшырҙы.
Ямғыр башланыу сәбәпле байрамдың икенсе өлөшө иҫке генә мәҙәниәт йортоноң коридорында дауам итте. Бында иһә дүрт ғаилә сослоҡҡа, таҫыллыҡҡа, етеҙлеккә ҡоролған төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа үҙҙәрен һынаны: һорауҙарға, йомаҡтарға яуап бирҙе, өҫтәл сервировкалап күрһәтте, бәпес төрөп бишек йырҙарын да йырлап ишеттерҙеләр, байрамдың билдәһе булған аҡсәскә таждарына байрам менән ҡотлап теләктәр ҙә яҙҙылар, командаларға бүлешеп ярыштылар ҙа. Байрам һуңында ҡатнашҡан ғаиләләргә бәләкәй генә бүләктәр тапшырылды, күмәкләшеп фотоға ла төштөк.


Ғаиләлә ир менән ҡатындың бер-береһенә мөхәббәтен, тоғролоғон, йылы мөнәсәбәтен, ғаилә бәхетен, үҙ ара килешеп, татыу йәшәүен сағылдырған байрам бик күңелле үтте. Йыйылған тамашасы күңеле булып, рәхмәт әйтеп таралышты.

Фото: автор.
Читайте нас: