Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Июнь 2019, 02:00

БЕҘҘЕ ЮЛДАР САҠЫРА

Үткән аҙнала Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһында Һабантуй гөрләне. 30 кешенән торған Ишембай районы делегацияһы мәртәбәле сарала ҡатнашты.

Үткән аҙнала Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһында Һабантуй гөрләне. 30 кешенән торған Ишембай районы делегацияһы мәртәбәле сарала ҡатнашты.


Сорғот ҡалаһында үтәсәк башҡорт һабантуйына барасағымды белгәс, шатланып киттем. Рәсәйҙең күп ҡалаларында булырға тура килһә лә, Себер тарафтарында булған юҡ ине әле.


Оҙон юлға сығыу барыбер тулҡынландыра. Ишәй ауылынан «Хазина» башҡорт халыҡ фольклор коллективын, 80 йәшен артмаҡлаған бейеүсе Фәйзелғаян Шәрифрахман улын, Көҙән икмәк бешереү цехы етәксеһе Филүзә Рәшитованы һәм башҡа таныш йөҙҙәрҙе күргәс тә тынысландым, борсолоуҙарым юҡҡа сыҡты. Оҙон юлдарҙы ҡыҫҡа итте ысын күңелдән аралашыуҙар, һөйләшеүҙәр. Автобусҡа ултырғас та әллә ниндәй аңлашылмаған тойғолар биләп алды күңелде. Ғаиләне туйҙырам, аҡса эшләйем тип, ай һайын нисә мең километр юл үтеп, нужа ҡаластарын ашарға мәжбүр булған яҡташтарымды күҙ алдыма килтерҙем дә йәлләп ҡуйҙым. Үҙемде улар урынына ҡуйып та маташтым. Әртис халҡы менән бер автобуста барыуға ни етә инде: йырлашып, гөрләшеп барып индек Сорғот ҡалаһына.



СОРҒОТ – МАТУР ҠАЛА


Икенсе көндө иртүк тороп, ишембайҙар һабантуй булаһы урынға тирмәләр ҡорорға китте. Ә мин ҡала менән танышып ҡайтыу теләге менән урам буйын ҡыҙырҙым. Сорғотҡа 1594 йылда нигеҙ һалына. Ул ҙурлығы буйынса Төмәндән ҡала 2-се урында тора. СанктПетербургты ла уҙып, байлығы буйынса Рәсәй ҡалалары араһында 3-сө урынды биләй. Иң тиҙ үҫешкән ҡалалар рәтендә. Мәскәү менән Санкт-Петербургтан ғына ҡалышып, эш хаҡы буйынса бөтә Рәсәйҙә 3-сө урында килә. Бында нефтселәрҙең уртаса эш хаҡы - 70 мең һум. Төмән өлкәһенең Ханты-Мансы автономиялы округына ҡараған Сорғот ҡалаһын нефтселәр төйәге тип атаһаҡ, бер ҙә яңылыш булмаҫ. Бында күп милләтле халыҡ йәшәй, бигерәк тә Башҡортостанда тыуып-үҫеп, эш эҙләп, килеп төпләнгәндәр байтаҡ. Ҡала үҙенең төҙөклөгө, үҙенсәлеклелеге, матурлығы менән тәү тапҡыр килгән кешене арбай. Күп ҡатлы күккә олғашҡан бейек йорттар, заманса биҙәлешле мәҙәни усаҡтар әллә ҡайҙан күренеп тора. Һәр ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек. Сорғотта Рәсәйҙәге иң эре Төмән энерго компанияһы урынлашҡан. Төбәк-ара селтәр компанияһы булараҡ, 2005 йылдан бирле эшләп килә ул.


Күп милләтле халыҡ йәшәгән ҡалала һабантуй йыл һайын уҙғарыла. Иң матур урында – йылға буйындағы майҙанда үткән быйылғы һабантуй республиканың 100 йыллыҡ юбилейына һәм Башҡортостан менән Ханты-Мансы автономиялы округы араһында төҙөлгән килешеүгә арналды. Байрамда Башҡортостан Республикаһы исеменән Ишембай районы вәкилдәре сығыш яһаны. Рәсми вәкилдәрҙән Башҡортостандан мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Ишембай муниципаль районы Советы рәйесе Олег Агафонов, Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлмира Әҙелмәтова ҡатнашты.


Һабантуйҙы халыҡ йыл да көтөп ала, бигерәк тә Башҡортостандан килеп төпләнгәндәр өсөн был байрам - иң ҡәҙерлеһе. Шуныһы шатлыҡлы: башҡорт телен һаҡлап, яҡлап ҡалыу өсөн ҙур эштәр эшләнә бында. Ханты-Мансы автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайын етәкләгән Башҡортостан егете Рәүҙәт Ғәбделхаҡ улы Ҡолмәнбәтов менән танышабыҙ.


- Башҡорттар йәшәгән ҡалаларҙа йәмәғәт ойошмалары бик һәйбәт эшләп килә. Башҡорт телен, милли мәҙәниәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өҫтөндә күп эштәр башҡарабыҙ. Ҡалала “Шатлыҡ” бейеү коллективында егеттәр һәм ҡыҙҙар ең һыҙғанып эшләй.Төрлө түңәрәктәр алып барабыҙ. Йәкшәмбе мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытабыҙ, - тип һөйләне ул.


Кешене нужа йөрөтә тиҙәр. Сит төбәктәргә эш эҙләп юлланыусылар араһында Башҡортостан халҡы ла күп. Үкенескә ҡаршы, был һан артҡандан-арта. Әле биш йыл элек кенә вахтаға йөрөүселәр һаны 113 мең булһа, бөгөн 200 мең самаһы кешегә етә, был эшкә һәләтле халыҡтың 10 проценты тигән һүҙ.



ЯҠТАШТАР МЕНӘН ОСРАШЫУ


Сорғотта йәшәгән башҡорттар ишембайҙар тирмәһе янынан өҙөлмәне. Беҙҙең әртистәр уларға ҡурай моңдары, йыр-бейеү менән бергә, күңел йылыһын да бүләк итте. Яҡташтарыбыҙҙы ла тап ошо тирмәләр янында осраттыҡ. Лилиә Шәрәфетдинова ишембайҙарҙың килеүен интернет селтәрҙәре аша белгән, шуға ла иртән иртүк һабантуйға килеп еткән.


- Сорғот ҡалаһына килеүемә байтаҡ инде. Иң тәүҙә ауырыраҡ ине, хәҙер өйрәндерҙе. Шулай ҙа тыуған яҡтар һағындыра. Йылына бер нисә тапҡыр ҡайтырға тырышам. Оҙаҡламай ҡайтырмын, туғандарыма ҡайнар сәләмдәремде еткерә тороғоҙ, - тине ул хушлашҡанда.


Ләлә Исмәғилева - Маҡар ауылынан. 20 йыл элек ғаиләһе менән килеп төпләнә был ҡалаға. Стоматология кабинетында эшләй. Тыуған яҡтарға бөтөнләйгә күсеп ҡайтыу хыялы менән яна. Беҙҙең тирмәләр эргәһенә бер-бер артлы райондың төрлө ауылдарынан да ҡыҙҙар килеп баҫты. Күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға ла төшөп алдылар. Майҙанға йыйылған халыҡты күреп иҫем китте. Ҡайҙа ҡарама, башҡорт, татар милләтенән булған кешеләр - бер- береһе менән күрешә, һөйләшә, аралаша. Әйтерһең дә, улар һабантуйҙың еткәнен генә көтөп торған.



МАЙҘАНДА ҺАБАНТУЙ ГӨРЛӘНЕ


Майҙанда Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Ҡазан ҡалаларынан килгән артистар халыҡтың күңелен асты. Шулай ҙа Мәсетле районы егете Заһир Зәйнетдинов барыһының да танауына сиртте буғай: төрлө милләт вәкилдәре әртискә ҡушылып, рәхәтләнеп йырланы, бейене.


Сәхнәнән йыр-моң ағылғанда, майҙанда спорт бәйгеләре ҡыҙҙы. Башҡортостандан килеп бында эшләп йөрөгән егеттәр көрәш майҙанында төп бүләк - һарыҡ алыу өсөн көрәште. Яҡташыбыҙ Вадим Зөлҡәрнәев бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәне. Көрәш майҙанынан еңеүсе булып, елкәһенә һарыҡ йөкмәп сығып китте. Көйәнтә менән һыу ташыу, тоҡ менән һуғышыу кеүек уйындарҙа ла халыҡ әүҙем ҡатнашты. Кис етеп, ямғыр һибәләй башлағас та бер кем таралырға ашыҡманы. Һабантуй гөрләп уҙһа ла, их, үҙебеҙҙә, тыуған ерҙә үткән һабантуйға етәме ни, тип уйлап ҡуйҙым.


Икенсе көндө беҙҙең автобус тыуған яҡтарға елә ине инде. Ә күҙ алдында Себер тарафтарында, әллә ҡайҙа, йыраҡта ҡалған ауылдаштарым, яҡташтарымдың үтә лә моңһоу, һағынышлы ҡараштары…













Фото: автор.
Читайте нас в