Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Июнь 2019, 02:00

Йыйынға рәхим итегеҙ!

Ҡәҙерле яҡташтар, хөрмәтле ҡунаҡтар! 29 июнь Торатау итәгендә үтәсәк ҙур байрамға - Торатау йыйынына рәхим итегеҙ! Башҡортостандың 100 йыллығы һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткән көндәр айҡанлы, быйыл милли байрамыбыҙ айырыуса тантаналы һәм күп яҡлы буласаҡ.

Ҡәҙерле яҡташтар, хөрмәтле ҡунаҡтар! 29 июнь Торатау итәгендә үтәсәк ҙур байрамға - Торатау йыйынына рәхим итегеҙ! Башҡортостандың 100 йыллығы һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткән көндәр айҡанлы, быйыл милли байрамыбыҙ айырыуса тантаналы һәм күп яҡлы буласаҡ.


Район Һабантуйы йолалары һаҡланыу менән бергә, программанан күренеүенсә, беҙҙе бай йөкмәткеле киске тамаша ла көтә. Иғтибар итегеҙ, байрам 14 сәғәттә башлана.



Байрам программаһы:


1. АУЫЛ ХЕҘМӘТСӘНДӘРЕ ПАРАДЫ ҺӘМ ХУЖАЛЫҠ АЛДЫНҒЫЛАРЫН ТАНТАНАЛЫ ҠОТЛАУ


(14:00 сәғәттән)


2. ТОРАТАУ ЙЫЙЫНЫНЫҢ ТАНТАНАЛЫ ӨЛӨШӨ


(16:00 сәғәттән)


- Торатау йыйынын тантаналы асыу


- Ҡунаҡтарҙың ҡотлау һүҙе


- «Сармат вариҫтары» театрлаштырылған тамаша


- «Мәргән уҡсы»ларҙың сығыштары


- Боронғо төрки һыбайлыларының «Ылаҡ» спорт уйыны


3. ФИЗИК КУЛЬТУРА ҺӘМ СПОРТ ЯРЫШТАРЫ


(14:00 сәғәттән)


- Ат сабышы


- Милли көрәш


- «Сарматтар алтынын эҙләү» квесты


- Һыбай йөрөү оҫталығына ярыш


- «Мәргән уҡсы»лар ярышы


- Гер күтәреү (24 кг)


- Армрестлинг


- 100, 500, 1000 метрға йүгереү


- Волейбол, мини-футбол


- Шашка, шахмат уйындары


4. ХАЛЫҠ УЙЫНДАРЫ


(14:00 сәғәттән)


- Вертикаль бағанаға үрмәләп менеү


- Ауыш бағана буйлап үтеү


- Көршәк ватыу


- Таяҡтарға баҫып йүгереү

- Тоҡ кейеп йүгереү - Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү - Бүрәнә өҫтөндә тоҡ менән алышыу - Рингта тоҡ менән алышыу - Приздар ҡырҡып алыу - Тирмәләр конкурсы йомғаҡтарын иғлан итеү
- Ярыштарҙа, уйындарҙа еңеүселәргә бүләктәр тапшырыу
5. Декоратив ҡул сәнғәте әйберҙәрен һатыу күргәҙмәһе
(14:00 сәғәттән)
6. Этно-ихаталар күргәҙмәһе
(14:00 сәғәттән)
7. Балалар майҙансығы
(14:00 сәғәттән)
8. Буҙа яһаусылар бәйгеһе
(14:00 сәғәттән)
7. «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Башҡарма комитетының ултырышы
(17:30 – 19:00)
9. “Toratau-party” НОН-СТОП КОНЦЕРТЫ
Ҡатнашалар: башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары (Elvin Grey, Rena Rnt, «Арғымаҡ» этно-төркөмө, «Дәрүиш-хан» төркөмө, «Бүреләр» төркөмө, Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры һәм башҡалар)
(19:00 – 23:00)
10. ЛАЗЕР ҺӘМ ЯҠТЫРТЫУ ШОУЫ
(23:00)



Читайте нас: