Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Июнь 2019, 02:00

МӘСКӘҮ БАШҠОРТТАРЫ – ИШЕМБАЙ СӘХНӘҺЕНДӘ!

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына махсус ҡунаҡ сифатында саҡырылған Мәскәүҙең “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор коллективы, Әхмәтзәки Вәлиди иҫтәлегенә арнап, Ишембайҙа концерт менән сығыш яһай.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына махсус ҡунаҡ сифатында саҡырылған Мәскәүҙең “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор коллективы, Әхмәтзәки Вәлиди иҫтәлегенә арнап, Ишембайҙа концерт менән сығыш яһай.


Мәскәү әртистәре үҙ репертуарындағы иң яҡшы сығыштарҙы ишембайҙарға тәҡдим итә: сағыу бейеүҙәр, халыҡ йырҙары, «Әруахтар һамағы», «Таҡмаҡтар», «Тирәтләү» кеүек популяр йырҙар. Программала шулай уҡ билдәле шағирә Лариса Абдуллина, «Әруахтар һамағы» әҫәренең авторы – шағирә Эльмира Сәсәнбаева ҡатнаша.


“Аҡ тирмә”гә Гөлсинә Алтын ҡыҙы Батыршина етәкселек итә. Коллектив төрлө кимәлдәрҙәге фестивалдәр, конкурстар еңеүсеһе. Уның сығыштары Төркиәлә, Латвияла, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә алҡыштарға күмелә.


Әйҙәгеҙ, дуҫтар, беҙ ҙә Мәскәү һынлы Мәскәүҙән килгән милләттәштәребеҙгә хөрмәт һәм ҡунаҡсыллыҡ күрһәтәйек.


26 июндә көндөҙгө сәғәт 4-тә ҡала Мәҙәниәт һарайының тамашасылар залын тултырып килеп, данлыҡлы коллективтың дәртле йыр-бейеүҙәренә тыпырлатып бейешеп ҡайтайыҡ!




Фото: интернет.



Гөлдәр ӘМИНЕВА.
Читайте нас: