Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Июнь 2019, 02:00

СӘСӘНЛЕКТӘ КЕМ ОҪТА? Күмертау ҡыҙы Гөлназ оҫта!

Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан иң йор һүҙ оҫталары өс көн дауамында Юрматы ерендә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең XXI республика бәйгеһендә ярышты. Гран-приға Күмертауҙан 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Гөлназ ҮТӘГӘНОВА лайыҡ булды.

Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан иң йор һүҙ оҫталары өс көн дауамында Юрматы ерендә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең XXI республика бәйгеһендә ярышты. Гран-приға Күмертауҙан 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Гөлназ ҮТӘГӘНОВА лайыҡ булды.


- Иң ҙур баһа – гран-при яулармын тип уйламағайным. Бик шатмын. Минең фекеремсә, изге ҡомартҡыбыҙ “Урал батыр” эпосын һәр беребеҙ белергә тейеш, - тине эпосты тулыһынса ятлауға өлгәшкән ҡыҙ.


Гөлназды ошо бәйгегә әҙерләүсе остазы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлсимә Йосопова ла ҙур маҡтауҙарға лайыҡ.



ТОРАТАУ БУЙЫН ИҢЛӘНЕ “УРАЛ БАТЫР”ҘЫҢ ИЗГЕ ҺҮҘҘӘРЕ



Тәүге көндө командалар эпостан өҙөк сәхнәләштерһә, икенсе көнөндә эпосты яттан һөйләү туры Торатау буйында дауам итте. Байрамды тәбиғәттә ойоштороу сараның йөкмәткеһен тағы ла нығыраҡ тулыландырҙы. Бәйгене милли кейемдә етди ҡарашлы Сыңғыҙ Әминев асып ебәрҙе. Сығышы менән Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан булған егет әлеге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы лицей-интернатта 5-се класта белем ала. “Урал батыр” эпосынан ул 1100 юл ятлауға өлгәшкән.


- Ятлауы еңел булманы, 4-се класта ятлай башлағайным, - тине Сыңғыҙ һис бер ҡаушамай бына тигән итеп сәхнәнән һөйләп төшкәс.


Миәкә районы Төхвәт Йәнәби исемендәге ЙәнәбиУрсай башланғыс мәктәбенән килгән 10 йәшлек Азалия Ғималетдинова ла ҡыйыу ғына итеп сығыш яһаны. Тәүҙә ул 100 юл ятлаған булһа, яйлап 300-гә еткергән.


- Ишембай районында мин тәүге тапҡыр. Бик оҡшай. Торатауға менергә лә теләгем ҙур, - тине ҡыҙ.


Әйткәндәй, байрам балаларға ҡыҙыҡлы булһын өсөн барыһы ла алдан уйлап, эҙмә-эҙлекле итеп ойошторолған. Сығыш яһарға сират көтөп кенә ултырмай ҡыҙҙар һәм малайҙар. Берәүҙәр сәхнәлә булған арала, икенсе төркөм Көҙәнгә Әхмәтзәки Вәлиди музейына юлланған, ҡалғандары өсөн Торатауға экскурсия ойошторолған.


Салауат районынан килгән мөләйем ҡыҙ Айгүзәл Шәмсетдинова менән дә әңгәмәбеҙ ихлас килеп сыҡты. Ул әлегә 1 мең юл ятлаған. Киләсәктә тағы ла күберәк юлын ятларға дәрте бар. Алыҫтан килһә лә, Торатау буйын уның быға тиклем дә күргәне булған икән. “Ишембайҙың тәбиғәте, тауҙары матур. Конкурс та бик оҡшаны. Бигерәк тә “Урал легендалары” тигән мюзикл һоҡланғыс булды,” - тип күңел кисерештәре менән дә бүлеште.


Эпосты һөйләүҙә ишембайҙарҙың данын Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Ғәлиә Шәрипова яҡланы.



БӘЙГЕ ЯҢЫ ИСЕМДӘР АСТЫ



Ике көн буйы барған көсөргәнешле бәйгенең һөҙөмтәһе өсөнсө көн ҡаланың Йәштәр һарайында уҙғарылған йомғаҡлау сараһында асыҡланды. Ниндәйҙер һығымталар яһар, алға яңы маҡсаттар билдәләр иң тулҡынландырғыс мәл булды ул. Абруйлы жюри ҙа конкурсҡа үҙ баһаһын бирҙе.


- Яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы конкурс. Торатау итәгендә уҙғарылыуы менән дә сара йәмле булды, - тине филология фәндәре докторы, жюри рәйесе Нәркәс Хөббөтдинова. - Шулай уҡ Башҡортостандың 100 йыллығы, ошо бәйгегә нигеҙ һалған фольклорсы-ғалим Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыуы менән дә үҙенсәлекле булды быйылғы конкурс. Бәйгелә яңы исемдәр астыҡ. Ҡоро һөйләү генә түгел, балаларҙың образдарға инеп китеп сығыш яһауҙары, ижади ҡараштары шатландырҙы, сәхнәлә юғалып ҡалмауҙары һөйөндөрҙө.


Эпосты ятлау ҙур ныҡышмалылыҡ, оҫталыҡ талап итә. Уны тулыһынса ятлаусылар айырыуса ҙур хөрмәт тыуҙыра. Эпостың тотошлай 4557 юлын быйыл төрлө райондарҙан ете уҡыусы ятлаған.


Уларҙың береһе Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатынан 10-сы класс уҡыусыһы Ғайсар Ҡансурин менән әңгәмәләштек. Алға китеп шуны әйтергә кәрәк, сығышы менән Ейәнсуранан булған был егет быйыл республика бәйгеһендә 3-сө урынға лайыҡ булды.


- Бәйге бик сәмле барҙы, барыһы ла оҡшаны. Торатау итәгендә эпосты һөйләү рух өҫтәне. Был конкуста мин беренсегә ҡатнашмайым. Бынан бер нисә йыл элек 1300 юл ятлап, 3-сө урын алғайным, - тип һөйләне егет.


- Бәйгене ойоштороусыларға, гимназия-интернаттың уҡытыусыларына, тәрбиәселәренә ҙур рәхмәт, бөтә яҡлап иғтибар, ярҙам тойҙоҡ, - тип һүҙгә ҡушылды Ғайсарҙың әсәһе Миңзилә Һөйәрембәтова.


Тәүҙә ике турҙың төрлө номинацияларында еңеүселәр билдәләнде. Эпосты сәхнәләштереүҙә «Сағыу әкиәти образдар тыуҙырған өсөн» номинацияһына Бөрйән районы Иҫке Монасип мәктәбе командаһы, «Мифик образдарҙы оҫта сағылдырыусы» номинацияһына Стәрлетамаҡ лицей-интернаты һәм Борай районы Яңы Таҙлар мәктәбе, «Актерлыҡ оҫталығы»на - Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡыусылары, «Милли идеяны ижади сағылдырыусы»ға Күгәрсен районы Мораҡ башҡорт гимназияһы, «Эпик традицияларға тоғролоҡ»ҡа Белорет районы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы командаһы лайыҡ булды.


Яттан һөйләү турында ла төрлө номинацияларҙа уңышлы сығыш яһаусылар билдәләнде. Уларҙы арҙаҡлы сәсәниә Розалия Солтангәрәева үҙе тәбрикләүе, һуңынан ҡобайыр һөйләп ишеттереүе сараға рух өҫтәне. «Таҫыл сәсән» номинацияһы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес мәктәбе уҡыусыһы Ирмәкова Ләйсәнгә, республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Йәһүҙина Диләгә, Дәүләкән районы 5-се гимназия уҡыусыһы Әхмәҙиева Гөлөзәгә тапшырылды. «Йәш ҡобайырсы» номинацияһын Белорет районы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ғәлиева Регина, Мәсетле районы Х.Я.Фәтҡуллин исемендәге мәктәп уҡыусыһы Мөхәмәтова Фирҙәүес яуланы, «Өмөтлө ҡобайырсы»ға Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбенән Суванова Гөлгөнә, Дыуан районы Әбдрәшит башланғыс мәктәбе уҡыусыһы Ғәйфуллина Айгизә лайыҡ булды.


Шулай уҡ бер нисә уҡыусы махсус приздар менән бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының махсус призына Учалы ауылының Башҡорт гимназияһы командаһы лайыҡ булды. Башҡорт дәүләт университеты тарафынан әҙерләнгән бүләк Борай районы Яңы Таҙлар ауылы мәктәбе уҡыусыһы Вәлиева Лиана һәм Баймаҡ районы Темәс мәктәбе уҡыусыһы Шахморатова Рәзинәгә тапшырылды. “Киске Өфө” гәзитенең призын алыу бәхете Баҡалы районы Мостафа ауылынан Дусиева Миләүшәгә, Краснокама районы Яңы Бура ауылынан Миңнуллин Илназға, Сибай гимназия-интернатынан Исхаҡов Илназға тейҙе.



БЕҘҘЕКЕЛӘР ҘӘ ҺЫНАТМАНЫ



Ниһайәт, конкурстың призерҙарын һәм еңеүселәрен билдәләү мәле етте. Сәхнәләштереү турында 3 - сө урынды Сибай гимназия-интернаты һәм Республика инженер лицей-интернаты командалары алды. 2-се урынға Баймаҡ районының 2-се мәктәбе уҡыусылары сыҡты, ә бына 1 - се урынды А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы егеттәре яуланы. Әйткәндәй, сараны ябыу тантанаһында ла улар эпостан өҙөк сәхнәләштерҙе.


Яттан һөйләү турының да үҙ еңеүселәре: 3 -сө урын Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Ҡансурин Ғайсарға, Илеш районы Ябалаҡ мәктәбе уҡыусыһы Әғәлиева Дианаға, Учалы районы Ураз лицейы уҡыусыһы Шәйхетдинова Линизаға, Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ғәниев Сөләймәнгә бирелде. 2-се урынға лайыҡ булыусылар – Йылайыр районы Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡорт гимназияһынан Мәхмүтова Гөлнәзирә, Бөрйән районы Иҫке Монасип мәктәбенән Истәкова Сара, Учалы районы Озерный мәктәбенән Ҡотоева Алһыу.


1-се урын яулаусылар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа бар – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатынан 7-се класс уҡыусыһы Шәрипова Ғәлиә. Шулай уҡ Республика инженер гимназия-интернаты уҡыусыһы Шахморатов Таһир менән Баймаҡ районы 1-се Төркмән мәктәбе уҡыусыһы Ишматова Рәмилә лә беренсе урында.


“Урал батыр” конкурсының йәнә бер йылы үҙенең еңеүселәре менән тарихта тороп ҡалды. Йылдан-йыл яңы ҡатнашыусылар килеүе, эпосты ятлаусылар һаны ишәйеүе менән дә әһәмиәтле был сара. Ҡасандыр уны ятлағандарҙың күңеленә лә ул ғүмерлеккә һеңеп ҡаласаҡ.



Абруйлы фекер


Салауат Кәримов (“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире, жюри ағзаһы):


- “Урал батыр” йәш сәсәндәр республика бәйгеһенең Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләгән йылда Ишембай ерендә үтеүе ҙур мәғәнәгә эйә. Балаларҙың йылданйыл оҫталығы артыуы, камиллашыуы һөйөндөрә. Улар араһында Ишембай уҡыусыларының әленән-әле гран-при алыуҙары ҡыуаныслы. Был уҡытыусыларыбыҙҙың да тырыш хеҙмәтен сағылдыра. Шуға мин яҡташтарымды еңеүҙәре менән ҡотлайым, улар менән һәр ваҡыт ғорурланам.















Фото: автор.
Читайте нас: