Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Июнь 2019, 02:00

Беҙ ҙә парадта үттек!

12 июндә Өфөлә Рәсәй көнө, Ҡала көнө һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә халыҡ-ара милли кейемдәрҙең парады ойошторолдо.

12 июндә Өфөлә Рәсәй көнө, Ҡала көнө һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә халыҡ-ара милли кейемдәрҙең парады ойошторолдо.
Был сара Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһынан алып Зәки Вәлиди урамы буйлап “Ватан” этнопаркына ҡарай үтте. Милли кейемдәр байрамында Ишембайҙан да 50-гә яҡын кеше ҡатнашты. Ҡаланың милли мәҙәниәттәр үҙәге, ағинәйҙәр ойошмаһы вәкилдәре төрлө милли кейемдәрҙә тантаналы сараға биҙәк өҫтәне.

Гүзәл МӨХӘМӘҘУЛЛИНА.

Фото: автор.
Читайте нас: