Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Июнь 2019, 02:00

ЙӘШ СӘСӘНДӘР МАЙҘАН ТОТА

Кисә Ишембайҙа «Урал батыр» эпосы буйынса йәш сәсәндәрҙең ХХI республика бәйгеһе асылды. Унда 33 райондан, 6 ҡаланан барлығы 200-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Баймаҡ, Мәсетле, Күгәрсен, Дәүләкән, Бәләбәй, Баҡалы, Белорет, Бөрйән, Борай, Октябрьский, Благовар һәм башҡа тарафтарҙан килгән уҡыусылар юрматылар ерендә һүҙ тотто. Бәләкәстәр араһында эпосҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу көсәйеүе лә һөйөнөслө күренеш - быйыл иң йәш сәсәнгә 9 ғына йәш.

Кисә Ишембайҙа «Урал батыр» эпосы буйынса йәш сәсәндәрҙең ХХI республика бәйгеһе асылды. Унда 33 райондан, 6 ҡаланан барлығы 200-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Баймаҡ, Мәсетле, Күгәрсен, Дәүләкән, Бәләбәй, Баҡалы, Белорет, Бөрйән, Борай, Октябрьский, Благовар һәм башҡа тарафтарҙан килгән уҡыусылар юрматылар ерендә һүҙ тотто. Бәләкәстәр араһында эпосҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу көсәйеүе лә һөйөнөслө күренеш - быйыл иң йәш сәсәнгә 9 ғына йәш.



Иртә менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатынан алып ҡаланың Ленин исемендәге майҙанына тиклем, тирә-яҡҡа йәм биреп Урал батыр вариҫтарының парады үтте. Ете ырыуҙың тамғаһын тотҡан егеттәр ҙур майҙанға ҡапҡа асты.
Ишембай районы муниципаль районы Советы секретары Рәмил Абдуллин, барлыҡ ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, иң элек районыбыҙ үҫеше менән таныштырҙы, “Урал батыр” эпосының хатта донъя мәҙәниәтендә аҫыл ҡомартҡыларҙың береһе булыуын иғтибарға алды. Был сараның Башҡортостандың 100 йыллығында тап Ишембай ерендә уҙғарылыуы менән дә бәйгенең әһәмиәтле булыуын әйтеп үтте.
Республика Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған был конкурста ишембайҙарҙың да еңеүҙәре тос – гран-приға лайыҡ булыусылар, эпосты тулыһынса ятлаусылар – улар беҙҙең ғорурлыҡ. Республика Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәктәр менән хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге етәксеһе Розалия Сәфиуллина, республика конкурсын асып, ике көн дауамында сағыу сығыштар күреренә, эпосты башҡарыусы балалар һанының тағы ла артырына ышаныс белдерҙе.
Сығыштарҙы баһаларға абруйлы жюри тупланған. Уның ағзалары араһында билдәле сәсәниә, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәеваның, шулай уҡ филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы профессоры Фәнил Күзбәковтың, педагогия фәндәре кандидаты, башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәр авторы Миндебай Юлмөхәмәтовтың һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтарҙың булыуы сараның мәртәбәһен күтәрҙе. Жюри рәйесе, филология фәндәре докторы Нәркәс Хөббөтдинова ла үҙ сығышында быйылғы бәйгелә ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Йәш сәсәндәр бәйгеһенең Флагын былтырғы конкурста Гран-приға лайыҡ булған Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Гөлсәсәк Шәрипова күтәрҙе.
Тәүге көндө эпостан өҙөк сәхнәләштереү туры ойошторолдо. Йәрәбә буйынса бәйгене Архангель районынан килгән уҡыусылар асты. Уларҙы башҡа район һәм ҡалаларҙың сығыштары дауам итте. Ишембайҙан был турҙа Башҡорт кадет корпусы уҡыусылары лайыҡлы һынау тотто. Көн дауамында барған сығыштарҙа көслө рух, яҡшылыҡҡа өндәү аңҡып торҙо. Беренсе көн тағы ла бер матур сара менән иҫтәлекле булды – ҡала мәҙәниәт һарайында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе “Урал легендалары” мюзиклын ҡуйҙы.
“Урал батыр” эпосы буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһе бөгөн Торатау буйында дауам итә. Изге тау итәгендә эпосты яттан һөйләүселәр һынау тота. Шулай уҡ төрлө халыҡ уйындары, ярыштар уҙғарыу ҙа ниәтләнә. Юрматы ерендәге байрам Торатауға күтәрелеү менән дә ҡатнашыусыларҙың күңелендә ғүмерлеккә уйылып ҡалыр.
“Урал батыр” конкурсынан артабанғы сараларҙы гәзитебеҙҙең киләһе һанында ла яҡтыртырбыҙ.

Фото: автор.
Читайте нас: