Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Июнь 2019, 02:00

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА: “БӘХЕТ БАР УЛ!”

“Уның уҡыусылары юғары уңыштарға өлгәшеп, төрлө тарафтарҙа маҡтаулы хеҙмәт юлы үтә, йырҙарын иң билдәле, данлыҡлы артистар башҡара, шиғриәтен зирәк зиһенле дәүерҙәштәр яратып уҡый, әҫәрҙәрен иһә иң талапсан әҙәби тәнҡитселәр ҙә юғары баһалай...” – был һүҙҙәр Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы шағирә Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы Кәлимуллинаға төбәп әйтелгән.

“Уның уҡыусылары юғары уңыштарға өлгәшеп, төрлө тарафтарҙа маҡтаулы хеҙмәт юлы үтә, йырҙарын иң билдәле, данлыҡлы артистар башҡара, шиғриәтен зирәк зиһенле дәүерҙәштәр яратып уҡый, әҫәрҙәрен иһә иң талапсан әҙәби тәнҡитселәр ҙә юғары баһалай...” – был һүҙҙәр Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы шағирә Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы Кәлимуллинаға төбәп әйтелгән. Ошоларға өҫтәп, яҡташыбыҙҙың данлыҡлы “Берғамыт” бейеү ансамбленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булыуын, ҡала-район, республика кимәлендә үткәрелгән күп һанлы сараларҙың сценарий авторы, алып барыусыһы икәнлеген дә ҡушып ебәрһәк, уның ғәжәп күп яҡлы талант эйәһе икәненә тағы ла бер тапҡыр хайран ҡалаһың. Һәләтле кеше бар яҡтан да һәләтле була, тигән фекерҙе раҫлап, Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы бөгөн үҙен композитор сифатында ла һынап ҡарай һәм, әйтергә кәрәк, был өлкәлә лә яһаған аҙымдары уңышлы ғына. Үҙенең алтынға бәрәбәр юбилейын бына шулай ҙур ҡаҙаныштар, юғары үрҙәр менән ҡаршылай Иҫәкәй ауылы ҡыҙы. Яҡташыбыҙҙы матур ғүмер байрамы менән ҡотлап, уны был көндәрҙә ниндәй уй-кисерештәр биләп алыуы менән ҡыҙыҡһындыҡ.



- Һорамағыҙ ҡатындарҙың йәшен! – тип өндәһә лә Шәриф Биҡҡол, һиңә бөгөн ике “5”-ле икәнен барыбыҙ ҙа белә, Ғәлиә. Үҙеңә ҡараһаң, һоҡланып туймаҫлыҡ: шул уҡ янып торған күҙҙәр, күбәләктәй осоп, йүгереп йөрөп эшләйһең, ижад итәһең, төрлө саралар уртаһында ҡайнайһың. Миңә ҡалһа, һин һаман да 17-лә кеүек...


- Һорауың комплимент һымағыраҡ яңғырағас, рәхмәт, тип әйтмәй сарам юҡ. Йәшәлгән йылдар юғарылығынан сығып шуны әйтә алам: йәш булып ҡалыуҙың сере – ихласлыҡта. Ихлас кешеләр күңелендә «балалыҡ утрауы» оҙағыраҡ йәшәй: кешеләрҙең шатлығын да, ҡайғыһын да үҙенекеләй күреп ҡабул итә, улар эскерһеҙ, ябай, алдаша, яраҡлаша, ярамһаҡлана белмәй. Ошо сифаттарға үҙ-үҙеңә ышаныс та өҫтәлһә, йөрөш-торошоң, буй-һының үҙгәрә, баҙыҡлана, сағыулана бараһың, үҙ-үҙең менән килешеп йәшәй башлағас, күңел түрендә, эстә, тәрәндә йөрөгән, әммә һинең булмышыңды хасил иткән тойғолар йөҙгә нур булып, матурлыҡ булып яғыла күрәһең.


- Интернет сәхифәләрендә кемдәр генә ҡотламаны үҙеңде: уҡыусыларыңдан алып юғары дәрәжәләге ил инәләренә, ил ағаларына тиклем һәр береһе телгә алды, матур теләктәрен еткерҙе, рәхмәт әйтте, һоҡланды, ижадыңа юғары баһа бирҙе. Шул юлдарҙы уҡығанда ниндәй тойғолар кисерҙең?


- Көндәлек тормошта бер-беребеҙгә иғтибарһыҙбыҙ, йылы һүҙҙәргә һаранбыҙ, хатта ундай һүҙҙәрҙе ишетеп өйрәнмәгәнбеҙ, тиһәң дә була. Шунлыҡтанмы, әллә бәләкәйҙән нескә күңелле, илаҡ булғанғамы, әҙ генә йылы һүҙ ишеттемме – күҙҙәр йәшләнә. Был юлы ла шул холҡом үҙен ныҡ һиҙҙерҙе: ихлас күңелдән әйтелгән йылы һүҙҙәрҙән күңелем дә, күҙҙәрем дә йәшкәҙәп алғыланы. Ә маҡтауҙарға килгәндә, «йондоҙло» мәлдәр кисереп баш әйләнер саҡтар уҙған, шуға артыҡ ярһымай, сәбәләнмәй, үҙемә тейешлеһен генә ҡабул иттем.


- Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Тамара Ғәниеваның һинең ижадыңа ҡарата айырыуса юғары фекерҙә булыуын беләбеҙ. Тамара һынлы Тамара апайҙан фатиха алыу бик һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет бит ул.


- Тамара апайҙың үҙенә ижади йәштәр тартылып, ынтылып тора, һәммәбеҙ ҙә уның кәңәшенә, баһаһына мохтажбыҙ, ул үҙе лә йәштәргә иғтибарлы. Тик уның талаптарын, иң тәүге сиратта һүҙгә, һүҙ менән идара итеүгә булған талаптарын бөтәһе лә күтәрә алмай. Мин ул һынауҙы үттем шикелле инде: феноменаль ижадсының әҙәби зауығына тап киләмдерме-юҡтырмы, әйтә алмайым, ә бына уның миңә ҡуйған талаптарын, һәр һүҙен, һәр иҫкәрмәһен тыныс ҡабул итәм. Ниндәйҙер кимәлдә ҡараштарыбыҙ, үлсәү-үлсәмдәребеҙ тап килә икән, был Тамара апай кимәленә еттем, тигәнде аңлатмай әле. Һин әйтмешләй, уның фатиха биреүе генә лә ҙур баһа һәм ҙур яуаплылыҡ. Ул яуаплылыҡты аҡларға ла кәрәк бит әле.


- Һуңғы ваҡытта шиғырҙар менән бер рәттән йырҙар ҙа ижад итә башланың. Ҡайҙан килә ул моң һиңә?


- Элегерәк йыр өсөн яҙылған шығырҙарға, ниңәлер, иғтибар ителмәгән, һәр хәлдә, йыр өсөн шиғыр яҙырға теләгем булманы бер ҡасан да. Йыр жанры тулы рифма, теүәл ритм талап итә. Ошо талаптар үтәлеп, йөкмәткеһе, мәғәнәүи тәрәнлеге булмаған йырҙар бик күп бөгөнгө эстрадала. Улар ҡолаҡты ярып инә, ә күңелде тетрәтмәй. Ошондай еңел-елпе йырҙарҙан халыҡ арыны, көйө менән бергә йырҙың һүҙҙәренә лә талап бар хәҙер. Йырсылар ҙа ул талапты аңлай, уларҙың да бер көнлөк йырҙар менән халыҡты биҙҙергеһе килмәй. Рифма менән ритмы теүәл, таҡмаҡ жанрына яҡын йыр заманы үтте. Рифмаһы бер тыңлауҙан ятлап алынған, ритмик быуыны көй фразаларға тура килеп кенә торған, ябай ғына һүҙҙәр менән эсбауырыңды әйләндереп китереп сығарырҙай йыр кәрәк бөгөн йырсыларға ла, тамашасыларға ла. Уны яҙыу еңел эш түгел. Һуңғы арала ошо кимәлде үҙләштереү зарурлығын тоям үҙемдә. Йөрәкте тетрәткән, һыҙланыуҙарыма, тойғоларыма ауаздашлығы менән йәнемә яҡын булған йырҙарҙы анализлай торғас, ҡайһы бер шиғырҙарым көйө менән тыуа башланы. Уға аптырайһы ла түгел, сөнки һәр шиғырҙың үҙенә генә хас көй ағышы бар. Моң – шиғырҙың йәне һымаҡ ул. Моңдо тойоу һәр шағирҙа йәшәйҙер, шул һәләтең булмаһа, әҙәби кимәл, зауыҡ тураһында һүҙ йөрөтөп тә булмайҙыр әле бәлки. Йырлап һөйләшкем килгәнде аңлағанда, уҡый белә инем, шиғыр яҙмай инем әле. Апайҙарым, ҡулыма шиғыр китабы тоттороп, шиғырҙарҙы ҡабат-ҡабат көйгә һалып уҡыттыра торғайнылар. Ҡыҙғанысҡамы, бәхеткәме ҡаршы, музыкаль белем кәрәк был балаға, тип әйтеүсе генә булмаған. Ҡан менән дә тапшырылғандыр, бәлки. Нәҫелебеҙҙә атайым яғынан да, әсәйем яғынан да моңло итеп йырлаусылар ҙа, оҫта гармунсылар ҙа бар. Етмешкә аяҡ баҫҡан олатайым үҙе гармунда уйнап, үҙе таҡмаҡ әйтеп, үҙе бейер ине. Ҡайҙа барһа ла гармунын үҙе менән йөрөттө. Бесәнгә барғанда дилбегәне миңә тоттора ла үҙе арбаның артында гармун уйнап йырлай-йырлай бара торғайны. Әсәйемдең ҡустыһы Миҙхәт абызыйым гармунда иҫ киткес оҫта уйнаны. Уны гармунсы итеп киске уйынға йөрөткәндә, уға биш -алты йәштәр самаһы ғына булған, гармун артынан башы ла күренмәй ине, ә үҙе өҙҙөрөп уйнай ине, тип һөйләйҙәр.


- “Бәхет бар ул” – ошо йырың кемдәрҙең генә күңелен яулап алмаған икән! Йөрәктән сыҡҡан был һүҙҙәр бөгөн дә булмышыңа тап киләме? Бәхет нимә ул һинең өсөн?


- «Бәхет бар ул» йырының яҙмышы, ысынлап та, бәхетле булды. Гөлсәсәк Шәрипова башҡарыуында ғына ла ул егерме биш йылға яҡын эфирҙа. Йәш йырсы Ильяс Кинйәғолов заманса аранжировка менән уға яңы һулыш өрҙө. Яңыраҡ ҡына Интернетта тап булдым: үҙенсәлекле тауышлы йәш йырсы Әлиә Исҡужина уны репертуарына алған икән. Тимәк, йыр йәшәйәсәк әле. Йырҙың һүҙҙәренә килгәндә, ул һәр кешенең булмышына тура киләлер. Бәхетле булырға теләү зарурлығы һәр кемдә бар. Әммә бәхеттең кешелә даими йәшәй торған тойғо түгел икәнлеген беләм. Бәхет ул – мәл генә. Кеше ғүмерендәге һәр мәлдең, һәр арауыҡтың үҙ асылы, үҙ ҡиммәте. Әлеге арауығым – ижади һынылыш кисергән мәлем. Шуның менән бәхетлемен. Тыуып-үҫкән өйөмдөң йылыһы һүнмәгән – әсәйем иҫән. Шуның менән бәхетлемен.


Һәр атай-әсәйҙе даими бәхетле итер бер тойғо бар шулай ҙа: балалар бәхете. Балаларыбыҙ тормошта үҙүҙҙә-рен табып, юғалтыу-һынауҙарға дусар булмай, бәхетле йәшәй икән, беҙ ҙә бәхетле, тимәк. Шул саҡта ғына ауыҙ тултырып: «Бәхет бар ул!» - тип әйтергә мөмкин. Тормоштоң һәр этабы, һәр арауығында һәр беребеҙгә әйтергә яҙһын был һүҙҙәрҙе: бәхет бар ул!




PS. Йыр-моң һөйөүселәр Ғәлиә Кәлимуллинаның йырҙарын Хәниә Фәрхи, Гөлсәсәк Шәрипова, Светлана Хәкимова, Юнир Һағынбаев башҡарыуында тыңлағаны бар. Уның ижадына ҡағылышлы тағы ла бер серҙе сисергә булдыҡ: тиҙҙән авторҙың “Һөйөү” йырын (һүҙҙәре лә, көйө лә үҙенеке) Татарстандың халыҡ артистары Зәйнәп Фәрхетдинова менән Зөфәр Билалов дуэты башҡарыуында тыңлаясаҡбыҙ.




Фото: Ғәлиә Кәлимуллина архивынан.
Читайте нас: