Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Июнь 2019, 02:00

ЙӘ, КЕМЕГЕҘ БӨГӨН МАЙҘАН ТОТОР?!

«Урал батыр» эпосы буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһенең Ишембай ерендә үткәрелеүенең бай тарихи ерлеге бар. Нисә йылдар дауамында тынғыһыҙ хеҙмәтебеҙ менән яулап алынған хоҡуғыбыҙ ул, тип әйтһәк тә хата булмаҫ.

«Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XXI республика бәйгеһендә ҡатнашыусыларға ҡайнар сәләм!


«Урал батыр» эпосы буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһенең Ишембай ерендә үткәрелеүенең бай тарихи ерлеге бар. Нисә йылдар дауамында тынғыһыҙ хеҙмәтебеҙ менән яулап алынған хоҡуғыбыҙ ул, тип әйтһәк тә хата булмаҫ.



ЮЛ БАШЫ



Ҡобайырҙы яттан һөйләүсе уҡыусыларҙың тәүге ҙур бәйгеләре 1996 йылда Бөрйән районы Яңы Монасип, Сибай ҡалаһының 13-сө мәктәптәрендә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль белем биреү мәктәп-интернатында үткәрелә башлай. Билдәле, был бәйгеләргә эпосты өйрәнеүсе ғалимдар, мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа саҡырыла. Икенсе йылына бәйге, Башҡортостандың ул йылдарҙағы мәғариф министры Хисаметдинова Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙынан хуплау алып, республика кимәленә сыға. Тәүге республика конкурсы Өфө дәүләт филармонияһы залында үтә. Икенсе республика бәйгеһе эпос тыуған төбәктә – Шүлгәнташ мәмерйәһе янында ойошторола. 2001 йылдағы өсөнсө республика бәйгеһе артабанғы бәйгеләрҙең офоҡтарын, йүнәлешен билдәләй. Был конкурста Әбйәлил районы Ҡыҙрас мәктәбе уҡыусыһы Венера Баймөхәмәтова, эпосты башҡорт һәм инглиз телдәрендә тулыһынса ятлап, уҡыусылар араһында сәсәнлек мәктәбенең яңыса асылына нигеҙ һала. Бөрйән районы уҡыусылары бәйгеселәрҙе Урал батыр, Шүлгән, Һомай, Йәнбирҙе, Йәнбикә булып сәләмләй. Уҡыусы балаларҙың ошондай мөмкинлектәрен күреү конкурс шарттарын камиллаштырыуға заманса талаптар ҡуя: яттан һөйләү турына эпостың йөкмәткеһен сәхнәләштереү, команда менән таныштырыу (визитка), тыуған яҡ тураһында ҡобайыр әйтеү кеүек турҙар өҫтәлә.


Эпосты, эпос буйынса конкурс үткәреүҙе пропагандалау һәм бәйгеселәрҙе республикабыҙҙың тарихи урындары, гүзәл тәбиғәте менән таныштырыуҙы күҙаллап, конкурсты төрлө төбәктәрҙә үткәреү маҡсатҡа ярашлы тип ҡабул ителә. Төрлө йылдарҙа Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура, Дәүләкән, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондары, Сибай, Өфө ҡалалары аша үтеп, яңынан тыуған ере – Бөрйәнгә әйләнеп ҡайта «Урал батыр». Үткәрелеү урынына, йылына ҡарап, бәйгенең шарттары ла үҙгәрә, йылдан-йыл ҡатмарлана бара: «Урал батыр» эпосынан тыш халҡыбыҙҙың башҡа ҡомартҡыларын сәхнәләштереү мөмкинлеге лә һыналып ҡарала, интеллектуаль тур – викторина, эпостың йөкмәткеһен белеүҙән тыш, М.Аҡмулла, Һ.Дәүләтшина, Р.Ғарипов, Б.Бикбай, Р.Ниғмәти, З.Биишева кеүек сәсән-әҙиптәребеҙҙең ижадын яҡшы белеүҙе талап итә. Аҡмулланың бер ҡобайырын, хатта «Урал батыр» эпосының үҙен дауам итеү, замандың киҫкен проблемаларын яҡтыртҡан ҡобайыр һамаҡлау кеүек ижади һынауҙар өҫтәлә. Республика конкурсында ҡатнашырға хоҡуҡ алыу өсөн бәйгеләр тәүҙә райондарҙа үткәрелә. Көслөләргә ҡуйылған талаптар менән бергә конкурстың кимәле лә үҙгәрә. Стәрлетамаҡ районында үткән X Республика бәйгеһенә эпосты тулыһынса ятлаусыларҙы бер сәхнәгә йыйҙылар, юбилей айҡанлы талантлы режиссер Альмира Ҡыуатова сценарийы буйынса ҙур театрлаштырылған тамаша күрһәтелде.


ИШЕМБАЙ РАЙОНЫ ҮҘ ТАРИХЫН ЯҘА



Ишембай районы ла «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһе буйынса үҙ тарихын яҙҙы, республика кимәлендәге сығышыбыҙ ҙа йылдан-йыл баҙыҡлана, сағыулана барҙы. Эпосты тулыһынса ятлаусы тәүге уҡыусыларыбыҙ – 8-се мәктәптән (хәҙер ул мәктәп юҡ, башҡорт гимназия-интернатына ҡушылды) Лилиә Бикташева менән Азамат Солтанов булды. Тәүге уңышыбыҙҙы ла улар килтерҙе: 2007, 2008 йылдарҙа эпосты яттан һөйләү буйынса Лилиә - өсөнсө урын, Азамат беренсе урын яулап, командабыҙ, һәр турҙы ла уңышлы үтеп, тәүге тапҡыр 1-се урын алып ҡайтты. Шунан бирле алдынғылыҡты биргәнебеҙ юҡ. Республика конкурсына әҙерлек менән мәғариф бүлегендә эшләгән йылдарҙа, башлыса, үҙем етәкселек иттем. Район данын яҡларға барыусы команда составына иң-иңдәр генә һайлап алынды, уларҙың уҡытыусылары менән бер көс, бер йоҙроҡ булып эшләнек. Конкурсҡа әҙерлекле барыу, республика кимәлендә танылыу табып өлгөргән көслө командалар менән бер ҡатарҙан ярышыу өсөн көслө, талантлы уҡыусыларҙы бергә туплау кәрәк ине. Бөгөн «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр республика бәйгеһе тарихында сағыу эҙ ҡалдырған уҡыусыларҙың исемдәрен телгә алмау мөмкин түгел. Ленар Бикҡужин (8-се мәктәп), Булат Кәримов, Айһылыу Кинйәғолова, Дилбәр Хәйбуллина, Эдуард Ҡаһиров, Гөлшат Ғәйетҡолова (Әхмәр мәктәбе), Алмаз Әмирханов (14-се мәктәп), Юлай Көмөшбаев (Маҡар мәктәбе) төрлө йылдарҙа Ишембай районы командаһының уңышына тос өлөш индерҙе, егерме йыллыҡ тарихы булған конкурстың башында тороусылар ҙа улар. Тәүгеләргә ҡыйыныраҡ булды, әлбиттә, юл ярып барыусылар бит улар.


Иң күп көс, һуңғы йылдарҙа бигерәк тә, Ә.Вәлиди исемендәге гимназия-интернатына төштө. Еңеүҙәребеҙҙең иң тосо ла – беҙҙә: апалы-һеңлеле Рәсилә менән Гөлфрүз Хисмәтуллиналар, Гөлсәсәк Шәрипова - эпосты яттан һөйләү буйынса Гран-при хужалары булһа, район командаһы составында төрлө йылдарҙа Юлдаш Йосопов, Инзирә Фәрухшина, Рәлиә Иҫәнаманова, Айнур Яхин, Флорид Багаев, Азат Хәсәнов, Айнур Зиннәтуллин, Ильяс Яҡупов, Руслан Мусин, Рөстәм Хөснөтдинов, Фәдис Вәлиәхмәтов, Артур Әхмәтов, Илнур Фәхретдинов, Нурсолтан Зарипов, Илдар Игбаев, Заһир Бикбулатов, Нурислам Ханнанов, Сөмбөл Исҡужина, Эльвина Ҡотлоюлова, Айтуған Баисламов, Зәфәр Ғәлләмов, Руслан Ишһарин, Руслан Яҡупов, Илшат Дусалин, Алмаз Шәрипов, Эльвира Семенова кеүек уҡыусыларыбыҙ бәйге майҙанында көс һынашты.



ЭПОСТЫ ТУЛЫҺЫНСА ЯТЛАУСЫЛАР



Эпосты тулыһынса ятлаған уҡыусыларыбыҙҙың исемлеге лә йылдан-йыл арта: үрҙә әйтеп үтелгән Лилиә Бикташева менән Азамат Солтанов, Әхмәр мәктәбенән Альбина Әминева, Маҡар мәктәбенән Гөлнур Хужәхмәтова, апалыһеңлеле Хисмәтуллиналар, Әлфиә Ғайсина, Гөлсәсәк Шәрипова, Ғәлиә Шәрипова һәм Башҡорт кадет корпусы тәрбиәләнеүсеһе Ислам Төхвәтуллин. Әйткәндәй, кадет корпусы һуңғы йылдарҙа республика майҙанына үҙ командаһы менән сыҡты. Инсаф Дусалин, Азамат Мөхәмәтйәнов, Эмиль Шакиров, Динар Ғайсин, Урал Солтанов, Әлфиә Ғайсина кеүек кадеттарҙың исемдәре лә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр республика бәйгеһе тарихында оҙаҡ һаҡланасаҡ әле.


«Урал батыр» мәктәбен үтеүселәрҙең уңыш юлы махсус өйрәнеүҙе талап итә. Азамат Солтановтың Урал батыр гиҙгән дүрт офоҡто юллар өсөн генә лә география уҡытыусыһы булып китеүе, экспедициялар мәлендә төнгө усаҡ янында эпосты яттан һөйләүе, әле Себер тарафтарында йәшәгән милләттәштәребеҙгә эпосты өйрәтеүе айырыуса маҡтауға лайыҡ. Исеме республикаға танылған Ислам Төхвәтуллин студент йылдарында Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһендә беренсе урын яуланы, республика бәйгеһендә жюри ағзаһы булып өлгөрҙө.


Хәтирәләрҙе барлағанда һәр бер уҡыусы күҙ алдынан үтте. Конкурстың һәр береһе – әҙерлегенән башлап барып-ҡайтыуҙағы юл мажараларына, уңыштар һәм уңышһыҙлыҡтарға тиклем – үҙе бер тарих. Һәр конкурсҡа күпме көс түгелгәнен унда ҡатнашҡан уҡыусылар һәм команданы әҙерләгән уҡытыусылар үҙҙәре генә белә. Ошо тиклем эш үҙ эшен яратып башҡарған, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының көндәлек хеҙмәт емеше ул. Хәлимә Хариж ҡыҙы Ҡотошева, Фәймә Ғәлимйән ҡыҙы Вәхитова, Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнабаева, Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирханова, Рәйсә Минеғәле ҡыҙы Мөхәмәтова, Минира Тәлғәт ҡыҙы Ҡунаҡҡолова, Фәриҙә Сабур ҡыҙы Мәҡсүтова, Рифат Риф улы Әйүповтың исемдәре, «Урал батыр» эпосы Урал ҡаяларына, Башҡорт иленең тарихына мәңгелеккә уйылып ҡалған кеүек, Ишембай районы мәғарифы тарихына ла яҙылып ҡуйылған, тип ғорурлыҡ һәм ышаныс менән әйтә алам. Шулай итеп, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XXI республика бәйгеһе – хаҡлы рәүештә Ишембай ерендә. Әҙерлек мәшәҡәттәре етерлек.


Шулай ҙа һынатырға ярамай. Был бәйге лә районыбыҙ мәғарифы тарихына матур бит булып яҙыласағына шик юҡ.





Ғәлиә ФӘЙЗУЛЛИНА,

Ә.Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.




Фото: гимназия архивынан.
Читайте нас: