Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Июнь 2019, 02:00

Сәсәндәрҙе йыя Ишембай

“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XXI республика бәйгеһе Ишембайҙа үтәсәк!

“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XXI республика бәйгеһе Ишембайҙа үтәсәк!


Бәйгегә республиканың төрлө төбәктәренән 30-ға яҡын команда килеүе көтөлә. Уны асыу тантанаһы 17 июнь көнө ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда 11.00 сәғәттә башлана.


Өс көнгә һуҙылған ярыштың I туры ошо уҡ майҙанда дауам итһә, II туры Торатау буйында үтәсәк.


Бәйге сиктәрендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге гимназия-интернатынан алып Ленин проспекты буйлап Ҡала мәҙәниәт һарайына тиклем сәсәндәр парады, Вәлидиҙең Йорт-музейына экскурсия, Торатау буйында уҡ атыу, көрәш, халыҡ уйындары ойоштороу ҡаралған. 18 июндә бәйгеселәр өсөн махсус рәүештә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары килә. Улар Ишембай тамашасыһын йәнә “Урал легендалары” мюзиклы менән ҡыуандырасаҡ!






Ойоштороу комитеты.
Читайте нас: