Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Июнь 2019, 02:00

Алтын уҡ кемдеке булыр?

15 июнь район һабантуйы сиктәрендә Торатау итәгендә “Сарматтар вариҫтары” республика этно-фольклор фестивале үтәсәк.

15 июнь район һабантуйы сиктәрендә Торатау итәгендә “Сарматтар вариҫтары” республика этно-фольклор фестивале үтәсәк.
Ҡунаҡтар хатта ил кимәлендә
көтөлә. “Сармат вариҫтары”
– ул Көнсығыш Европаның
дала өлөшөндә йәшәүсе
халыҡтарҙың тоҡомо булып
һаналған сарматтарҙың боронғо
мәҙәниәте менән таныштырыусы фестиваль. Байрам
ҡунаҡтары яндан атыу буйынса
оҫталыҡ дәресендә, төрлө милли уйындарҙа ҡатнаша аласаҡ.
Боронғо төркиҙәр спорты - һыбайлыларҙың “Ылаҡ” өсөн ярышын да ҙур ҡыҙыҡһыныу менән
көтәбеҙ. Танылған батырыбыҙ
Эльбрус Ниғмәтуллиндан онотолмаҫ шоу, “джигитовка” –
егеттәрҙең һыбай килеш төрлө
хәрәкәттәр эшләүен, уҡ атыуын
күрә аласаҡбыҙ. Балалар өсөн
конкурс-уйын программаһы
ла әҙерләнә. Ҡыҫҡаһы, ойоштороусылар байрамды халыҡара кимәлгә сығарыуҙы маҡсат
итеп ҡуйған һәм уның Ишембай
ерендә, изге Торатау буйында
үтеүе ғорурлыҡ уята.
Читайте нас: