Һабантуй Театр йылына арналған театраллаштырылған тамашанан башланып китте. Балалар яҙыусы Шарль Перроның "Көлһылыу" әкиәтен сәхнәләштерҙе, йыр-бейеүгә, шиғыр һөйләүгә оҫталыҡтарын күрһәтте.
Байрамдың икенсе өлөшөндә төрлө ярыштар, мауыҡтырғыс уйындар ойошторолдо. Тоҡ кейеп йүгереү, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, ат һабыштырыу, парлашып таяҡ менән туп тәгәрәтеү, парлашып өс аяҡлап йүгереү, уңыш йыйыу, күҙ бәйләп әйбер киҫеү, тоҡ бәрешеү, арҡан тартышыу уйындарында балалар ҙа, ололар ҙа бик теләп ҡатнашты, бүләктәр алды. Һуңынан бөтәһе лә Раушания һәм Лилия апайҙары бешергән "Ҡарға буткаһы" менән һыйланды.