Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Май 2019, 02:00

ҠУМЫҘ СИРТТЕ ОЛОҺО ЛА, КЕСЕҺЕ ЛӘ

Ҡумыҙ - башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып, һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы. Шуныһы шатлыҡлы, һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡумыҙҙа уйнаусылар сәнғәтен үҫтереүгә, уны бар донъяға данлауға ҙур иғтибар бүленә. Ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һарайында тәүге тапҡыр үткәрелгән “Тылсымлы ҡумыҙ” бәйгеһе бының асыҡ миҫалы ул.

Ҡумыҙ - башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып, һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы. Шуныһы шатлыҡлы, һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡумыҙҙа уйнаусылар сәнғәтен үҫтереүгә, уны бар донъяға данлауға ҙур иғтибар бүленә. Ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һарайында тәүге тапҡыр үткәрелгән “Тылсымлы ҡумыҙ” бәйгеһе бының асыҡ миҫалы ул.


“Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 ҡумыҙсы” программаһы сиктәрендә үткәрелгән был сарала райондан барлығы 115 ҡумыҙсы ҡатнашты, 8 ансамбль, 17 солист үҙ һөнәрен күрһәтте. Бәйгеселәр ике төркөмдә сығыш яһаны: 16 йәшкә тиклем һәм унан өлкәндәр. Иң йәш ҡумыҙсы Айгөл Хәсәноваға 5 йәш булһа, иң өлкәне Рамазан Кәлимуллинға - 71 йәш. Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың жюри рәйесе булыуы сараға мәртәбә генә өҫтәне. Бәйгеселәрҙе лә иң тәүҙә ул сәләмләне.


- Ишембай районында ҡумыҙ сәнғәтенә ғашиҡ балаларҙың күп булыуы үтә лә һөйөнөслө. Ваҡыт табып, быйыл ғына һеҙҙең районға 6 тапҡыр килдем. Байғужа, Этҡол, Ҡолғона, Ишәй, Маҡар ауылдарында булып, балаларҙы ҡумыҙҙа уйнарға өйрәттем, оҫталыҡ дәрестәре күрһәттем, - тине ҡумыҙсы.


Бәйге һәр кемгә үҙ көсөн һынап ҡарау, оҫталығын күрһәтеү мөмкинлеген бирҙе. Сәхнә түренә бер-бер артлы ҡумыҙсылар күтәрелде, Мәҙәниәт һарайы күптән ишетелмәгән ҡумыҙ тауышына күмелде. Залда ултырған тамашасылар һәр сығышты алҡыштарға күмде.


- Конкурсҡа әҙерлек йыл дауамында барҙы. Бына уның һөҙөмтәһен күрҙек. Бәйгеселәрҙең барыһы ла ныҡлы әҙерләнеп килгән. Киләсәк - балалар ҡулында, тиҙәр. Бәйгеселәрҙең сығыштарына ҡарап шуны әйтә алам: былай булғас, ҡумыҙ моңо һис ҡасан ағылыуҙан туҡтамаясаҡ. Ҡумыҙ сәнғәте балаларға рухи һәм мәҙәни тәрбиә биреүе менән дә ҡиммәтле, - тип үҙ шатлығы менән уртаҡлашты район мәҙәниәте бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Нәсимә Собханғолова.


Ярышта иң-иңдәр һайлап алынды. Бәйгеселәрҙең барыһына ла маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. 16 йәшкә тиклемге ҡумыҙҙа яңғыҙ уйнаусылар араһында Гран-при кадет корпусы курсанты Илшат Кәлимуллинға эләкһә, өлкәндәр төркөмөндә был дәрәжәгә Маҡар ауылынан Әбүзәр Көмөшбаев лайыҡ булды. Ә бәйгелә еңеүсе Ишәй ауылының ”Хазина” халыҡ фольклор ансамбле июнь айында Мәсетле районында үткәреләсәк төбәкара ҡумыҙсылар бәйгеһендә районыбыҙ данын яҡлаясаҡ.






Фото: автор.




Читайте нас: