Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Май 2019, 02:00

Ҡотло булһын туйығыҙ!

Көҙән ауылы мәҙәниәт йортонда Закира менән Ғаян Ибәтуллиндарҙың гәүһәр туйын үткәрҙеләр.

Көҙән ауылы мәҙәниәт йортонда Закира менән Ғаян Ибәтуллиндарҙың гәүһәр туйын үткәрҙеләр.
Бергә тормош йөгөн тартыуҙарына 60 йыл тулыу айҡанлы юбилярҙарҙы балалары, туғандары, күрше-күлән, дуҫтары, ауылдаштары ихлас тәбрикләнеләр. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Миңлеәхмәт улы президент бүләген тапшырҙы һәм ҡотлау һүҙҙәрен әйтте.
Байрам бик йылы мөхиттә үтте. Юбилярҙарға артабан да иҫән-һау, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә тағы ла оҙаҡ йылдар тигеҙ ғүмер кисерергә яҙһын!



Читайте нас: