Ҡала мәҙәниәт һарайында 50 һәм 60 йыл бергә йәшәгән 13 пар тәбрикләнде. Уларҙы ғүмерҙәренең күркәм миҙгелдәре менән Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова тәбрикләне.
Һәр ғаиләнең үҙ тарихы, үҙ яҙмышы. Ләкин барыһын да мөхәббәткә тоғролоҡ, ғаилә алдындағы яуаплылыҡ берләштерә. Тантанаға килгән күркәм парҙарҙың береһе - 60 йыл бергә ғүмер итеүсе Зөбәржәт һәм Зәкәриә Солтановтар сығыштары менән Стәрлебаш районынан булып сыҡты. Ишембайға күсеп килеүҙәренә 40 йылдан ашыу. Намыҫлы, тырыш хеҙмәттә үтә ғүмер юлдары. Бульдозерсы Зәкәриә ағай байтаҡ йылдар юл төҙөлөшөндә тир түгә. Зөбәржәт апай ҙа бер эштән дә ҡурҡып тормай, оҙаҡ ваҡыт заводта йыйыштырыусы була. Дүрт балаға ғүмер бирәләр, үкенескә күрә, береһе фажиғәле рәүештә һәләк була. Оҙаҡ йылдар бергә матур итеп донъя көтөүҙең серен был пар үҙенсә аңлатты:
- Сере нәҫелгә лә бәйлелер. Ата-әсәйем дә бик оҙаҡ бергә татыу ғүмер иттеләр. Уларҙың тормошо беҙгә өлгө булды, - тине Зәкәриә ағай. Уға Зөбәржәт апай ҙа ҡушылды:
- Донъя булғас, төрлө сағы була. Сабырлыҡ, түҙемлек тә кәрәк бергә йәшәгәндә. Бер-береңде тыңлай белеү мөһим, - тине ул.
Ә инде йәштәргә кәңәш итеп улар: “Бер-береһенең һүҙенән сыҡмаһындар”, - тигән теләктәрен еткерҙе.
Мәҙәниәт һарайының фойеһында гәүһәр туйҙарын билдәләүсе дүрт пар һәм алтын туйҙарын туйлаусы туғыҙ пар байрам күрке булып ултырҙы.
Азамат Абдрахманов ғаилә юбилейҙарын билдәләүселәргә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмдәрен уҡып ишеттерҙе һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айгөл Бикбулатова ла, бәхетле парҙарҙың йәш ғаиләләр, үҫеп килгән быуын өсөн өлгө булыуын билдәләп, район хакимиәте исеменән бүләктәр бирҙе.
Был көндө байрам сараһын тағы ла бер матур ваҡиға йәмләне – күптән түгел генә игеҙәк ҡыҙҙары донъяға килгән Ольга менән Айнур Зариповтар ғаиләһен тәбрикләнеләр. Өлкән ҡыҙҙары Анжелика менән Валерияға иш булып тыуған Алиса менән Василиса ғаиләгә яңы шатлыҡ өҫтәгән. Билдәле булыуынса, Ишембай районы муниципаль районы Советы ҡарары менән 2013 йылдан алып районыбыҙҙа бер юлы ике һәм унан да күберәк балалары тыуған ғаиләләргә 50 мең һум күләмендә социаль түләү бирелә. Азамат Фәрит улы ошондай сертификатты Зариповтарға бүләк итте.
Күңелгә ятышлы, бик йылы, матур байрам килеп сыҡты. Ғаилә мәртәбәһен юғары күтәреүгә йүнәлтелгән сара үҙ маҡсатына өлгәште.