Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Май 2019, 02:00

Башҡорт рухында тәрбиәләнә балалар

Ҡолғона ауылы мәктәбенең “Аҡбуҙат” мәктәпкәсә төркөмөндә башҡорт халҡының иң боронғо йолаларының береһе - “Йәйләүгә күсенеү”ҙе сәхнәләштерҙеләр.

Ҡолғона ауылы мәктәбенең “Аҡбуҙат” мәктәпкәсә төркөмөндә башҡорт халҡының иң боронғо йолаларының береһе - “Йәйләүгә күсенеү”ҙе сәхнәләштерҙеләр.
Беренсе өлөштә өлкән төркөм етәксеһе Рима Ғаяз ҡыҙы “Шифалы үләндәр” тигән темаға асыҡ дәрес үткәрҙе.

Уртансы төркөм тәрбиәсеһе Гөлнур Суфиян ҡыҙы балалар менән берлектә “Йомро икмәк” әкиәтен бик матур итеп уйнанылар.
Артабан сара балалар баҡсаһының ишек алдындағы майҙансыҡта дауам итте. Унда балалар үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Малайҙар ағас аттарҙа ярыштылар,тоҡ менән һуғышыу, арҡан тартышыу кеүек уйындар дәррәү барҙы. Ҡыҙҙар ете ҡыҙ бейеүен бейеһә, малайҙар йырҙа алдынғылыҡ бирмәне. Сараға килгән ҡунаҡтар, ата-әсәйҙәр балаларының башҡорт рухында тәрбиәләнеүенә шатланып ҡайттылар.

Фото: автор.
Читайте нас: