Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Май 2019, 02:00

СЕРЛЕ ҺАНДЫҠЛЫ ӨЛӘСӘЙҘӘР ЯНЫНДА

Урман-Бишҡаҙаҡ ағинәйҙәр ойошмаһының биш йыллығына арналған сара үтте. Унда районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан ғына түгел, күрше тирә-яҡ район-ҡалаларҙан да ағинәйҙәр йыйылды.

Урман-Бишҡаҙаҡ ағинәйҙәр ойошмаһының биш йыллығына арналған сара үтте. Унда районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан ғына түгел, күрше тирә-яҡ район-ҡалаларҙан да ағинәйҙәр йыйылды.


Ағинәйҙәр тигәндә, оҙон матур күлдәк кейгән, башына шаҡмаҡлап яулыҡ ябынған, ипле, йөҙөнән ҡот бөркөп торған элекке инәйҙәр күҙ алдына килә. Үҙҙәрен тотошо, һөйләше, барлыҡ булмышы менән тәрбиә сығанағы ине улар. Ауылдаштары хөрмәтләп өндәшер, балалар тәртипһеҙлек ҡылырға оялыр ине үҙҙәренән. Әлеге байрамда шул элекке осорға ҡайтҡандай булдыҡ – сараны береһенән-береһе күркәм ағинәйҙәр йәмләне.


Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Әмир Сәфиуллиндың ҡунаҡтарҙы тәбрикләп сығыш яһауы, ағинәйҙәргә артабан уңыштар теләүе был тарафта йәмәғәт ойошмаларының хакимиәт менән берлектә ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүен сағылдырҙы.


Ишембай районы ағинәйҙәр хәрәкәте етәксеһе, муниципаль райондың почетлы гражданины Мәрйәм Солтанова ла үҙ сығышында Урман-Бишҡаҙаҡ ағинәйҙәренең эшенә ҡарата юғары баһа бирҙе. Районда ағинәйҙәр ойошмаһының иң беренсе Урман-Бишҡаҙаҡта ойошторолоуын билдәләп, уларҙың әүҙемлеген, балалар менән дә, өлкәндәр менән дә саралар үткәреп тороуын хупланы. Шулай уҡ башҡа ауылдарҙа эшләп килгән ағинәйҙәр ойошмаларын да атап, киләсәктә ошолай осрашып торорға, кәңәшләшеп эшләргә саҡырҙы.


“Урман-Бишҡаҙаҡ инәйҙәре эргәһенә килеп әллә күпме эш тәжрибәһе туплап ҡайтырға мөмкин, улар беҙҙең өсөн бар яҡлап өлгө”, - тигән матур-матур фекерҙәр үҙе үк әлеге сара хужаларының эшенә ҙур баһа.


Ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Фәниә Рәшитованың башҡарылған сараларға ҡыҫҡаса байҡауында ла уларҙың ни тиклем киң йүнәлештә эш алып барыуы сағылды. “Тәүҙә һигеҙ генә кеше инек, аҙаҡ тағы өҫтәлделәр, - тип һүҙ башланы ул. - Рима Хәмиҙуллина, Миниса Искәндәрова, Рәйсә Ғәлина, Мәрйәм Дауытова, Йәмилә Ишҡолова, Әлфиә Мөхәмәтйәнова, Фазила Нафиғина, Минзилә Фәхретдинова, Шәһиҙә Яхина, Фәйрүзә Арыҫланғәлина – ошо ҡатын-ҡыҙҙар тырышлығы менән әллә күпме изге эштәр атҡарыла. Үҙҙебеҙҙең ҡаҙанда ғына ҡайнап йәшәмәйбеҙ. Хәйбулла, Ғафури райондарына, Стәрлетамаҡҡа барып, уларҙағы эш тәжрибәләре менән дә танышып ҡайтабыҙ, үҙебеҙҙең район ауылдары ағинәйҙәре менән дә тығыҙ бәйләнештәбеҙ”.


Әйткәндәй, республикала ла УрманБишҡаҙаҡ инәйҙәре танылыу яулаған. Телевидениела хәҙер бер генә сығыш яһаманылар, “Алтын тирмә” конкурсында ла ҡатнашып ҡайттылар. “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы” кеүек матур-матур йолаларыбыҙҙы балалар күңеленә түкмәй-сәсмәй һала беләләр. Үлән сәйе эшләү оҫтаһы ла улар. Был тәжрибәләре менән дә ихлас бүлешәләр. Нимәгә тотонһалар ҙа, ҡулдарынан килә. Түшелдерек, ҡашмау, милли кейемдәрҙе тегеү буйынса ла маһирҙар.


Ҡунаҡтарға улар “Өләсәйемдең серле һандығы” тигән күренеш күрһәтте. Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына, боронғо йолаларыбыҙҙы һаҡлауға арналған был сарала тыуған ергә һөйөү ҙә, йолаларыбыҙға хөрмәт тә сағылды. Уның балалар ҡатнашлығында уҙғарылыуы бигерәк тә ҡиммәт. Бәләкәстәр бик ихлас итеп Башҡортостан, батырҙарыбыҙ тураһында шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. Ә инде ағинәйҙәрҙең ҡашмау, түшелдерек тураһында һөйләп кенә түгел, балаларға кейҙереп тә ҡарауы, кескәйҙәрҙең күңелендә лә ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалмағандыр. Ғөмүмән, ололар үҙҙәре тәрбиә өлгөһө. Ағинәйҙәр әйткәндәрҙең бер генә өлөшө балалар күңеленә инһә лә, улар үҙ маҡсатына өлгәшкән тигән һүҙ.



Бына шулай, ололар һүҙе – аҡылдың үҙе, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Йәмғиәтебеҙгә ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар һүҙе, кәңәше, ҡайһы саҡта шелтәһе лә бик тә кәрәк.









Фото: автор.
Читайте нас: