Ҡарға бутҡаһын ҡайһы бер төбәктәрҙә Ҡарғатуй тип тә йөрөтәләр. Был байрамда йәш-елкенсәк, егеттәр ҡатнашмаған. Унда ҡатын-ҡыҙ, әбей-һәбей, ҡыҙ-ҡырҡын ҡатнаша. Ауыл буйлап бүләк, ризыҡ йыйып йөрөйҙәр.
Алсабыр итеп ауылда иң абруйлы, иң татлы һүҙле, һөйкөмлө, илгәҙәк әбейҙе сығарғандар. Бутҡаны ҡаҙан аҫып яланда бешерһәләр ҙә, башҡа аҙыҡ-түлекте өйҙә әҙерләп алып барғандар. Бутҡа ашағандан һуң, ҡыҙ-ҡырҡын дегәнәк йәки башҡа шундай ҙур япраҡтарға бутҡа һалып ҡарғаларға биргән. Ағастарға биргәндәр, ағас төптәренә һылағандар, иген уңыуын, аш-һыуҙың мул булыуын теләгәндәр. Аҙаҡ төрлө уйын уйнағандар, күңел асҡандар.