29 апрель - Халыҡ-ара бейеу көнө
Бейеү ул, ысынлап та, халыҡтың күңеле. Быуаттар төпкөлөндә, милләттең үҙе менән бергә барлыҡҡа килгән бейеүҙең бөгөн дә ихласлығы менән тамашасыларҙа һоҡланыу тойғоһо уята алыуы башҡорт халҡының күңелен саф итеп һаклап ҡала алыуының да күрһәткесе ул.
Ишәй ауылы мәҙәниәт тормошон сағыу, ҡабатланмаҫ "Ләйсән" үҙешмәкәр бейеу коллективһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Уның барлыҡҡа килеүенә ун йыл тулды. Халыҡ-ара бейеү көнө һәм иҫтәлекле юбилейы айҡанлы етәксеһе Сафарова Елена Рәшит ҡыҙына рәхмәтәебеҙҙе белдерәбеҙ.
Үҙешмәкәр бейеү коллективының репертуары ярайһы ук бай. Башҡорт бейеүҙәренән тыш башка милләт бейеүҙәре менән халыҡ күңелен яулай улар.
- Бейеүҙә иң мөһиме эшһөйәрлек, тырышлыҡ. Йәш бейеүсенең уңышы уның һәләтенә, яуаплылығына ғына түгел, атай-әсәһенең дөрөҫ тотошона ла бәйле ,- ти Елена Рәшит ҡыҙы.
Үҙешмәкәр бейеү коллективына яңы бейеүҙәр, өлгәшелгән уңыштарында туҡтай ҡалмай, яңынан-яңы бейеклеккә менеүҙәрен теләйбеҙ. Сөнки бейеү - хәрәкәт, ә хәрәкәт - үҙе тормош.