Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Апрель 2019, 02:00

СӘХНӘ КҮРКЕ – “БЕРҒАМЫТ”!

Ҡала мәҙәниәт һарайында “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең юбилей концерты һәм ошо ансамблгә нигеҙ һалыусы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәр Хәлитовтың 70 йәшенә арналған тантаналы сара уҙғарылды.

Ҡала мәҙәниәт һарайында “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең юбилей концерты һәм ошо ансамблгә нигеҙ һалыусы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәр Хәлитовтың 70 йәшенә арналған тантаналы сара уҙғарылды.


Был байрамды бейеү һөйөүселәрҙең көтөп алғанлығы күренеп тора: залда бер генә буш урын да ҡалмаған, ул тамашасылар менән шығырым тулы ине.


1994 йылда Кинйәбулат ауылында Әхиәр Насретдин улы етәкселегендә ойошторолған бәләкәй генә ансамблдән барлыҡҡа килә данлыҡлы “Берғамыт”. Ваҡыт үтә тора, ансамблдә әллә нисә быуын бейеүселәр алмашына. Етәксе бурысы ла хәҙер шулай уҡ үҙ һөнәренең оҫтаһы Артур Мөхәмәтйәновҡа йөкмәтелгән.


Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе Олег Агафонов, байрамға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, ансамблдең матур бейеүҙәре менән халыҡты шатландырыуын билдәләне һәм уларҙың республика сәхнәләрендә лә уңышлы сығыш яһауына ғорурланыуын белдерҙе. Шулай уҡ ансамблгә нигеҙ һалыусыға, уның бөгөнгө етәксеһенә ҡарата ла тәбрикләү һүҙҙәре яңғыраны.


Ҡасандыр үҙе ойошторған ансамблдең бөгөн дә төрлө сәхнәләрҙе гөрләтеүенә Әхиәр Хәлитов та һоҡланыуын йәшермәне:


- “Берғамыт” - ҡалабыҙҙың дөйөм байлығы. Артур Мөхәмәтйәновҡа уны һаҡлауы, артабан үҫтереүе өсөн рәхмәт. Быйыл Өфө сәхнәһендә, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған тантанала, “Берғамыт” бейеүселәрен күреү минең өсөн ҙур шатлыҡ булды. Унда мин әлеге көндә етәкселек иткән Яңауылдағы “Ялҡын” бейеүселәре менән килгәйнем, - тип күңел кисерештәре менән бүлеште сәхнә ветераны.


Заманында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейегән Әхиәр Хәлитовты тәбрикләргә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Риф Ғәбитов та килде. Бейеү ветеранын оло юбилейы менән ҡотлап, артабан да уға ижади уңыштар теләне. Республика Халыҡ ижады үҙәгенән Эльвира Әхмәтйәнова: “Ансамбль артабан да йәшәһен, 100 йыллығын да билдәләргә булһын”, - тигән изге теләктәрен әйтте. Әхиәр Хәлитовҡа, Артур Мөхәмәтйәновҡа, шулай уҡ ансамблдең бейеүселәре Зөфәр Ғәлләмов менән Гөлназ Ильясоваға Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.











Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 33-сө һанында (23.04.2019) уҡығыҙ.







Фото: автор.
Читайте нас: