Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Апрель 2019, 02:00

Кинйәкәйҙә йәш артистар үҫеп килә

19 апрелдә Кинйәкәй ауыл китапханаһында үткәрелгән "Бар донъя - театр" библиотөн кисәһендә балалар үҙҙәренең яратып уҡыған әкиәттәренең төп геройҙарын үҙҙәре ижад иткәт әкиәттә сәхнәләштереп күрһәттеләр.

Уларҙың был әкиәттәре бик тә ҡыҙыҡлы булды. Балалар үҙҙәрен театр сәхнәһендә костюмер, гример, актер һәм режиссер ролендә һынап ҡаранылар. Афариндар!
Киске осрашыуға китапханаға килгән ҡунаҡтар менән дә бик ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. Театрға бәйле викторина һорауҙары бирелде, һүрәттә күрһәтелгән персонаждарҙы һүҙһеҙ рәүештә күрһәтеү,йомаҡтар сисеү бәйгеһе үткәрелде. Ҡыҫҡаса, ҡыҙыҡлы өҙөктәр һәм Е.Шварцтың "Золушка" әкиәте сәхнәләштереп күрһәтелде.

Читайте нас: