Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Апрель 2019, 02:00

Бала саҡ илендә ҡунаҡта

Башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәримдең тыуыуына быйыл көҙ 100 йыл тула. Шул айҡанлы Һайран ауыл китапханаһы менән берлектә мәҙәниәт йортонда "Ижады халыҡ күңелендә" исемлҽ театраль-музыкаль композиция үткәрелде.

Бала саҡта алған тәрбиәне һуңынан бөтә донъя халҡы ла үҙгәртә алмаҫ, тип васыят әйтеп ҡалдырған күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле Ризаитдин Фәхретдин.
Был яҡты донъяға һәр сабый үҙ ризығы, үҙ бәхете менән тыуа. Ләкин яҙмыш әҙәм балаһына ниндәй боролоштар әҙерләп ҡуйғанын, күпме борсоу-мәшәҡәттәр аша уҙаһын, эҙен-юлын һаҡлай аламы, юғалтамы - быларҙың барыһын да үҙе бер Аллаһ Тәғәлә генә бҽлә.
Ғүмер уҙған һайын бала саҡ тигән серле лә, сихри ҙа осор арттараҡ ҡала килә. Уҙған һайын нығыраҡ иҫкә төшә, һағындыра. Ҡасан башланаһың һәм ҡайҙа тороп ҡалаһың, бала саҡ?! Ҡайҙа һин бала саҡ, оҙон-оҙаҡ бала саҡ?


Башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәримдең тыуыуына быйыл көҙ 100 йыл тула. Шул айҡанлы Һайран ауыл китапханаһы менән берлектә мәҙәниәт йортонда "Ижады халыҡ күңелендә" исемлҽ театраль-музыкаль композиция үткәрелде. Балаларҙа тасуири уҡыу һәм һөйләү һәләтен үҫтереү, уларға әхлаҡ тәрбиәһе биреү, ата-әсәгә, тәбиғәткә, дуҫтарға хөрмәт тәрбиәләү, ризыҡты ҡәҙерләргә өйрәтеү маҡсаты менән "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесынан өҙөктәр ҡуйылды.
Яттан һөйләнгән шиғырҙар, поэмаларҙан өҙөктәр ҡунаҡтарҙы уйландарҙы, хисләндерҙе, бала саҡ иленә сәйәхәт ҡылдырҙы. Кисә тәмле сәй менән тамамланды.


Читайте нас: