Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Апрель 2019, 02:00

«Сәхнә ене ҡағылған» уларға

Ишембай районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре быйыл да һөнәри байрамдарын киң билдәләне. Уларҙы йыл да тантаналы рәүештә ҡотлау изге йолаға әүерелде.

Ишембай районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре быйыл да һөнәри байрамдарын киң билдәләне. Уларҙы йыл да тантаналы рәүештә ҡотлау изге йолаға әүерелде.


Бөгөн район мәҙәниәт өлкәһендә 260 белгес хеҙмәт итә. Бөтә мәҙәниәт усаҡтарында ла үҙешмәкәр коллективтар уңышлы эшләп килә. Фольклор, вокал, бейеү коллективтары араһында 26 “өлгөлө” коллектив, 5 “халыҡ” театры Рәсәй, республика, төбәкара кимәлдә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай, районыбыҙ данын донъяның бар тарафтарына тарата.


Сарала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәүгеләрҙән булып, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Илнур Мөхйәнов ҡотланы һәм бер төркөм мәҙәниәт алдынғыларына маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар тапшырҙы. Улар араһында Үрге Әрмет, Сәлих, Көҙән ауылдарының клуб мөдирҙәре Рима Шәфиева, Тәнзилә Ғөзәйерова, Айгөл Хәйретдинова ла бар. Маҡар урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар эшләп, йәш быуында халыҡ ижадына, сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләгән Биктимер Мәҡсүтов Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы республика уҡытыу-методик үҙәгенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Сәхнәгә шулай уҡ бер-бер артлы район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеүселәр күтәрелде. Милли мәҙәниәттәр үҙәге директоры Марс Сәғәҙиевты хеҙмәттәштәре көслө ҡул сабыуҙар менән ҡаршы алды.


Мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Нәсимә Собханғолова мәҙәниәт өлкәһендә ирешелгән уңыштарҙы барланы, алда торған эштәр, бурыс-маҡсаттар хаҡында һөйләне. Райондың алдынғы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Гөлнур Кирәеваға, Зәйтүнә Ғәлләмоваға, Мәрйәм Ишембаеваға, Рәйлә Ибәтуллинаға, Асия Йәмиловаға, Рәйлә Ибәтуллинаға һәм башҡа бик күптәргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.


«Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр», - тиҙәр. Башҡалар ял иткән ваҡытта, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең күңел йылыһын халыҡҡа бүләк итә, тамашасыны матурлыҡ донъяһына алып инә, кескәй йөрәктәрҙә сәнғәткә ҡарата һөйөү уята. Бөгөн малай-ҡыҙҙар сәнғәт мәктәбендә мәҙәниәт серҙәрен аса, ижади үҫә, сәхнәлә еңеүҙәр яулай икән - был да мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең тырыш эш һөҙөмтәһе. Байрам көндө сәхнә түренән яңғыраған матур йырҙар, гармун, скрипка моңдары тик улар өсөн ине.







Фото: автор.



Читайте нас: