Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Апрель 2019, 02:00

Әртистәрең ары торһон, үҙебеҙҙекеләр булғанда!

Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында һәүәҫкәр театрҙарҙың Республика марафоны символын Стәрлетамаҡ ҡалаһына тапшырыу тантанаһы үтте.

Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында һәүәҫкәр театрҙарҙың Республика марафоны символын Стәрлетамаҡ ҡалаһына тапшырыу тантанаһы үтте.


Фойе үҙе байрам майҙансығын хәтерләтте. Ҡалала һәм ауылдарҙа эшләп килгән халыҡ театр коллективтары, төрлө спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтеп, үҙҙәренең ни тиклем һәләтле булыуын тағы ла бер тапҡыр раҫланы.


Көҙәндә эшләп килгән “Сауҡалыҡ”, Яңы Әптектәге “Тамаша”, Сәлихтағы “Дарман”, Кинйәбулаттағы “Зөбәржәт” халыҡ театрҙары артистары профессиональ артистарҙан һис тә ҡалышмай.


Тантаналы сара артабан тамашасы залында дауам итте. Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Нәсимә Собханғолова районда биш халыҡ театры эшләп килеүен, уларҙың республика конкурстарында призлы урындар яулауын әйтте. Нәсимә Ҡасим ҡыҙы Театр йылы символын тантаналы рәүештә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллинға тапшырҙы.


Ул да үҙенең сығышында Ишембайҙағы театрҙарға һоҡланыуын белдерҙе.


- Ҡалала театр фестивале уҙғарабыҙ. Һеҙ ҙә килегеҙ, ҡатнашығыҙ. Бер-беребеҙгә йөрөп, муниципаль-ара хеҙмәттәшлекте нығытайыҡ, – тигән тәҡдимен дә еткерҙе.


Стәрлетамаҡтар ишембайҙарға бик матур театраль күстәнәс тә алып килгәйне. “Мәрәкәсе беҙҙең менән” (“Шут с нами”) исемле үҫмерҙәр коллективының спектаклен тамашасылар яратып ҡараны.





Фото: автор.





Читайте нас: