Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Апрель 2019, 02:00

Ҡар һыуына барҙы кескәйҙәр

Ҡанаҡай ауылының "Ҡарлуғас" балалар баҡсаһында Ҡар һыуына барыу йолаһы күрһәтелде.

Ҡар һыуына барыу йолаһы — башҡорттар араһында киң генә таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп-сар ташлау, ярау итеү тыйылған. Ауылдан ярты саҡрым тирәһе алыҫлыҡта булған.
Ҡар һыуы бик файҙалы! Элек заводтар булмағас, төрлө химик матдәләр ҡулланылмағас, баҫыуҙарға минераль ашламалар һалынмағас, ҡар һыуы бик таҙа булған. Һыу ала торған урынды ололар алдан билдәләй торған булғандар. Һыуҙы алып ҡайтҡас, ҡатын-ҡыҙҙар унан сәй ҡайнатҡан, бит-сәс йыуған. Әсәләр был һыу менән балаларын ҡойондорғандар. Был һыу баланы күҙ тейеүҙән һаҡлай тигән ышаныу йәшәгән. Боронғолар уны хатта “зәм-зәм” һыуы тип тә йөрөткәндәр


Ҡанаҡай ауылының "Ҡарлуғас" балалар баҡсаһына килгән ҡунаҡтарға Ҡар һыуына барыу йолаһы күрһәтелде. Балалар, ҡунаҡҡа килгән ағинәйҙәр, барыһы ла милли башҡорт кейемдәрен кейеп ихлас күңел асты. Ҡыҙҙар-малайҙар бар көстәрен һалып, шундай оҫта итеп был йоланы аҡтарып сығарҙылар. Хәҙер инде онотолған "Ситән үреү" уйынын уйнанылар, матур итеп бейенеләр, яҙ айына арналған һынамыштарҙы иҫкә төшөрҙөләр.
Ҡыҙҙар ҡар һыуын алып ҡайтҡас, тәрбиәсе ярҙамсылары Янбаева Зафура, Камалова Кинйәбикә, ашнаҡсы Минеғолова Ләйсән бешергән тәмле ҡоймаҡ менән сәй эсерҙеләр. Күренеш барған залды темаһына тап килтереп биҙәгән тәрбиәсе Йыһанбаева Әлфиә, музыкаль яҡтан биҙәүсе, балаларҙы бөтә оҫталыҡҡа өйрәткән тәрбиәсе Янбаева Зилә, шулай уҡ бар көсөн һалған тәрбиәсе Әминова Рәзилә үҙ эштәрен тик “бишлегә” генә алып баралар. Был сараға үҙ өлөштәрен мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре Ғәлиуллина Әлфирә, Янбаева Алһыу ҙа индерҙеләр.
"Ҡарлуғас" балалар баҡсаһында йыл һайын онотолоп барған йолаларҙы сәхнәләштерәләр, йәш быуын киләсәктә беҙҙең ғөрөф- ғәҙәттәребеҙҙе онотмаҫ тигән өмөт ныҡлы.


Читайте нас: