Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Апрель 2019, 02:00

Бер күрешеү үҙе бер ғүмер

5 апрелдә Үрге Әрмет ауылының үҙешмәкәр артистары Уразбай клубында "Яҙғы моңдар" тигән концерт менән сығыш яһаны.

5 апрелдә Үрге Әрмет ауылының үҙешмәкәр артистары Уразбай клубында "Яҙғы моңдар" тигән концерт менән сығыш яһаны. Кисәлә эстрада һәм халыҡ йырҙары яңғыраны, төрлө милләт бейеүҙәре, нәфис һүҙҙәр, монолог, К.Акбашевтың "Һипкелле ҡыҙ" комедияһынан өҙөк, интермедиялар күрһәтелде.
Ауыл халҡы сығышыбыҙҙы бик йылы ҡабул итте. Артистарыбыҙҙың күңелдәре булып, күтәренке кәйеф менән ҡайттылар. Концертыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡарап ултырған Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әйүпова Нәсимә Ғайса ҡыҙына, артистарыбыҙҙы йылы ҡаршы алған Уразбай ауылы клуб мөдире Сөләймәнова Розалия Зинур ҡыҙына һәм уның хеҙмәттәштәренә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.




Читайте нас: