Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Апрель 2019, 02:00

Яҡуп ШӘРИПОВ: “КҮП ҺӨЙЛӘРГӘ ЯРАТЫУЫМ ТЕАТРҒА АЛЫП КИЛДЕ”

Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - Салауат башҡорт дәүләт драма театрының иң сағыу актерҙарының береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Яҡуп Шәрипов. Ул үҙенең ролдәре, тормошҡа, кешеләргә ҡарашы тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Булмаһа, тыңлайыҡ.

Булмышың ниндәй - асылың шундай, ти халыҡ, тимәк, уның булмышы менән асылына тоғролоҡ һаҡларға мөмкинлек биргән һөнәре Хоҙай ҡөҙрәтенән. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - Салауат башҡорт дәүләт драма театрының иң сағыу актерҙарының береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Яҡуп Шәрипов. Ул үҙенең ролдәре, тормошҡа, кешеләргә ҡарашы тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Булмаһа, тыңлайыҡ.

МИН - ИШЕМБАЙ ЕГЕТЕ
Башҡортостандың иң матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ул минең Ишембайым. Шуғалырмы, әллә башҡа сәбәптәр арҡаһындамы икән, шиғри күңелле, моңло, иҫ киткес һәләтле кешеләр сыҡҡан унан. Үҙемде улар рәтенә ҡуйыуынҡуймайым. Әммә минең дә әртис булып китеүемдә ана шул тәбиғәттең йоғонтоһо барҙыр, тип уйлайым. Ата-әсәйем миңә 1954 йылдың 1 ғинуарында ғүмер бүләк иткән. Тауҙар ҡуйынында һыйынып ҡына ултырған Этҡол ауылында, йырҙарҙа йырланған йәмле Һәләүек буйында үтте бала сағым. Үҙемде бик шуҡ, йор һүҙле малай итеп хәтерләйем. Һыу буйына уйнарға сыҡҡанда иптәштәремде көлдөрөп, туҙға яҙмаған нәмәләр уйлап сығарып һөйләп, уларҙың иҫтәрен килтерә торғайным. Әсәйем: “Ҡайт инде, улым, ҡайҙа йөрөйһөң!” - тип саҡырмайынса өйгә ҡайтып кермәй инем. Ана шул “күп һөйләргә яратыуым” мине 1977 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына алып килгәндер инде.

ЭШЕМДӘН УҢДЫМ
1989 йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театры труппаһына эшкә килдем. Театр менән тамашасым – ярты тормошом. 50-нән артыҡ башҡарған ролдәремә минең күңел йылым, театрға, кешеләргә булған һөйөүем һалынған. Нәжиб Асанбаевтың «Сейәле тау» драмаһында Фридрих роле, милли драматургия классигы Туфан Миңнуллин әҫәре буйынса «Әлдермештән Әлмәндәр» спектаклендә Әжәл, драматург Әнғәм Атнабаевтың “Игеҙәктәр”ендә Нәби роле, Мөҙәрис Багаевтың “Ҡартайғанда тыртайған” спектаклендә – Әхмәҙулла, Наил Ғәйетбайҙың «Ауылға ҡыҙҙар килде» комедияһында бригадир Әмир образы… Ауылда тыуып үҫкәнгәлер инде, сәхнәлә ябай кеше булып уйнау миңә һәр ваҡыт еңел бирелде, уйнағанда шул тиклем үҙ ролеңә яраҡлашаһың, ул роль һиңә һеңеп киткәндәй була, хатта сәхнәлә икәнеңде онотаһың. Бик күп спектаклдәрҙе музыкаль биҙәүсе, көйҙәр яҙыусы ла мин. Ярты ғүмерем сәхнәлә үтә тиһәм, бер ҙә хаталанмам.
БЕҘҘЕ ЙЫР ҠАУЫШТЫРҘЫ
Тамашасылар күңелен үҙенең ҡабатланмаҫ моңло тауышы менән әсир иткән Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы Шәрипова менән 42 йыл бик бәхетле ғүмер кисерәм. Уның менән беҙ һәр ваҡыт бергә: сәхнәлә лә, тормошта ла. Гөлсәсәгем миңә үҙенең эскерһеҙ саф мөхәббәте, ышанысы менән сәнғәт күгенә күтәрелергә ярҙам итте. Рәхмәтлемен уға. Ҡыҙҙарыбыҙ Ләйсән менән Миләүшәнең тыуыуы донъябыҙҙы тағы ла нығыраҡ йәмләне.

ГАРМУНЫМ - ҠУЛДАРЫМДА
Яратҡан тамашасымдың күңеленә үтеп инергә миңә тағы ла гармунда уйнау ярҙам итәлер, моғайын. Гармун моңо үҙенә буйһондороп, сихри донъяға алып кереп китә, тормош ваҡлыҡтарын, көндәлек мәшәҡәттәрҙе оноттора. Шуғалыр ҙа ролдәр уйнап танһығым ҡанмағанда, ҡулыма гармун йә булмаһа баянымды алам. Гөлсәсәгем да мине ана шуның өсөн яратҡандыр ҙа инде. Уның баяныма ҡушылып йырлаған “Яна йөрәккәйем”, “Миләштәрем”, “Бәхет бар ул,” “Ярангөл”, “Әсәйем мендәре” йырҙарын халыҡ яратып тыңлай.

ТӨП ҠОРАЛЫМ - ТӘБИҒИЛЕК, ИХЛАСЛЫҠ
Эскерһеҙ кешеләрҙе яратам. Яһалма булғандарын енем һөймәй. Кәмселектәрем булһа, күҙемә ҡарап әйтһендәр, арттан һөйләп йөрөмәһендәр. Тағы ла… дуҫлыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ төшөнсәләре миңә яҡын. Һайлап алған юлымдан тайпылмайса китеп барам. Хоҙай яҡындарымды һаулыҡтан айырмаһын. Барыһы өсөн дә яҙмышыма рәхмәтлемен.
РЕДАКЦИЯНАН: Хөрмәтле сәнғәт һөйөүселәр! 10 апрелдә ҡала мәҙәниәт һарайына Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары Сергей Беловтың «Минең ҡәйнәм – әүлиә» комедияһына саҡыра. Төп ролдә – Яҡуп Шәрипов үҙе! Уның менән бергә Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сәфиуллина, Фәтих Ҡолһарин, Башҡортостандың халыҡ артистары Риза Мәһәҙиев, Гөлсәсәк Шәрипова, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Миндулла Иҙрисов уйнаясаҡ. Хәтәр шәп комедияны ҡарамай ҡалмағыҙ!

Фото: Яҡуп Шәриповтың шәхси архивынан.
Читайте нас: