Маҡар ауылы моделле китапханаһында Бөтә донья шиғриәт көнөнә арналған әҙәби кисә үтте. Әҙәбиәт һөйөүселәр, китап яратҡандар, рухи, мәҙәни, әҙәби тормошҡа битараф булмағандар йыйылды был байрам сараһына.
Кисәлә үҙе ижад иткән шиғырҙары менән Рәмзиә Мораҙымова, Рәмзиә Сәғиҙуллина, Зарифа Дәүләтҡолова сығыш яһанылар. Уларҙың шиғырҙарында кешеләрҙең уй–кисерештәрен, хәл-ваҡиғаларҙы бәйән иткән юлдар бөтәбеҙҙе лә уйланырға мәжбүр итте. Шулай уҡ башҡорт шағирҙарыбыҙҙың тыуған яғыбыҙға, Башҡортостанға арналған шиғырҙары менән күңелдәргә үтеп инерлек итеп Римма Әмирова, Кәбирә Хисматуллина, Әлфиә Мавлютшина һәм дә шиғриәт һөйөүсе йәш дуҫтарыбыҙ сығыш яһаны.
Әҙәби кисәгә килгән һәр кеше үҙенең күңеленә ятҡан әҫәре менән сығыш яһап сараға үҙенә күрә бер йәм өҫтәне. Шиғриәт кисәһе ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әүерелде, барыһын да рухландырҙы, илһам һәм дәрт бирҙе. Әлфиә Хафизова йырлауы тамашасылар күңеленә хуш килде. Кисә һуныңда бөйөк яҙыусыбыҙ Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһынан өҙөк сәхнәләштерелде.