Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Апрель 2019, 02:00

ШАРШАУ АСЫЛДЫ!

Ошо көндәрҙә Йәнырыҫ ауылы мәҙәниәт йорто ҙур бер театрҙы хәтерләтте. Халыҡ театрын. Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығына һәм Театр йылына арналған “Күңелле шаршау” район фестиваль-конкурсы был юлы төрлө биләмәләрҙән 13 коллективты йыйҙы.

Ошо көндәрҙә Йәнырыҫ ауылы мәҙәниәт йорто ҙур бер театрҙы хәтерләтте. Халыҡ театрын. Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығына һәм Театр йылына арналған “Күңелле шаршау” район фестиваль-конкурсы был юлы төрлө биләмәләрҙән 13 коллективты йыйҙы.



Иң күп халыҡ театры – беҙҙә!


Беләһегеҙме икән, беҙҙең Ишембай районы әлеге көндә республикала иң күп халыҡ театры булған төбәк! Быға аптырарға кәрәкмәй, ти белгестәр, сәхнә йолаларына, театр сәнғәтенә һөйөү, хөрмәт йәшәгән ерҙә яңынаняңы таланттар үҫә. Бер түгел биш башҡорт халыҡ театры: Ишембай мәҙәниәт һарайында бик күп йылдар эшләп килгән Сәрүәр Сайранова исемендәге башҡорт халыҡ театры (етәксеһе Розалия Әхмәтйәнова), Кинйәбулат мәҙәниәт йортоноң “Зөбәржәт” (етәксеһе Зөбәржәт Шаһиева), Көҙән мәҙәниәт йортоноң “Сауҡалыҡ” (етәксеһе Айгөл Хәйретдинова), Сәлих ауылы мәҙәниәт йортоноң “Дарман” (етәксеһе Вәли Ғәлиев), Яңы Әптек мәҙәниәт йортоноң “Тамаша” (етәксеһе Гәүһәр Латипова) театрҙары коллективтары бөгөн ауылдаштары тормошон сағыу, бай итә. Бынан тыш, мәҙәниәт йорттарында тағы егерменән ашыу һәүәҫкәр коллектив тотороҡло эшләп килә. Күпме халыҡ йөрөй уларға! Ауыл ерендәге бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып тороп, илһам, дәрт менән репетицияларға йөрөгәндәр тормошто ла бар сағыулығында күрә белә кеүек, килешәһегеҙме? Райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Нәсимә Собханғолова фестиваль-конкурста ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләгәндә тап ошо фекер менән бүлеште.


- Йәнырыҫта быға тиклем ошондайыраҡ сара бер нисә ауыл коллективтары ҡатнашлығында ойошторолһа, бөгөн уның күләмлеген күреп, аңлап тораһығыҙ. Тимәк, театр сәнғәтендә үҙен һынап ҡарарға теләүселәр, һәләтлеләр, дәртлеләр арабыҙҙа бик күп. Ошо эште ойоштороп алып барған театр коллективтары етәкселәренә, артистарыбыҙға, бына-бына халыҡ исемен яҡларға әҙер торған коллективтарға ҙур рәхмәт! - тине Нәсимә Ҡасим ҡыҙы уңыштар теләп.



Кем нимәгә оҫта?


Йәнырыҫ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Минияр Маннанов та ижади сараны үҙҙәрендә ҡабул итеүгә шат булыуын әйтте. “Бындай осрашыуҙар оҫталыҡ уртаҡлашыу майҙаны ла булып тора, ауылдар араһында бәйләнеште лә нығыта”, - тине ул.


Конкурстың баһалама ағзалары ла көн дауамында барасаҡ сәхнә күренештәренә үҙ билдәһен ҡуйырға әҙер ине. Жюри составында сәхнә тормошонда ҡайнап йәшәүселәр булды – Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы, танылған йырсы Резеда Әмәкәсова, Ишембай мәҙәниәт һарайы директоры урынбаҫары, күп саралар режиссеры Фәнис Кәримов, мәҙәниәт бүлеге методистары Фәнил Кинйәғолов, Люциә Зарипованан сара аҙағында һәр коллектив эшлекле кәңәш ишетте.


Фестиваль-конкурстың атамаһы буйынса уҡ аңлашылып тороуынса, залда апаруҡ йыйылған тамашасыға бойоғорға урын булманы. Комедия жанрына ҡоролған сығыштар, үҙ репертуарҙарындағы спектаклдәрҙән иң отошло, ҡыҙыҡлы мәлдәр, йыр-моң – конкурстың дүрт этабында ла һәүәҫкәр артистарыбыҙ үҙҙәрен мөмкин тиклем сағыу асырға тырышты. Әлбиттә, күмәк сәхнә сығыштары иң отошлоһо булды, рух бөркөп торған Әхмәр, Түбәнге Әрмет коллективтары, тамашасы күңеленә тура юл белгән әптектәр, көҙәндәр, ҙур сәхнәләргә өйрәнеп бөткән оҫта кинйәбулаттар, бәләкәй генә ауылдарын артистар төйәге итеп танытҡан ишемдәр, яңыға ынтылыш менән айырылып торған ҡолғоналар – һанай китһәң, һәр коллективтың үҙенә күрә бер үҙенсәлеге, өҫтөнлөгө!


Грим һалыу, “капитан”дың актерлыҡ оҫталығында һынау тотоуы этабында ла юғалып төшмәне театр һөйөүселәр.


- Ауылдың мәҙәни тормошонда йәштән ҡатнашып киләм, бөтөнләй башҡа тармаҡтарҙа эшләһәк тә, ғаилә менән сәхнәгә ғашиҡбыҙ, бөгөн ҡыҙым да бергә килде, - ти Әрмет ауылында ирекле янғын һүндереү командаһының иң өлкән водителе Минебай Хәлитов. – Беҙҙән олораҡ быуын өлгөһөндә үҫтек, Түрйән ағай Вәлитов үҙе ни тора!


Бөгөн иһә ауыл мәҙәниәт усаҡтарын гөрләтеүселәр иңендә йәштәрҙе үҙ артынан эйәртеү бурысы ята. Башҡорт театрҙарын үҫтереү, халыҡ исемдәрен ҡаҙаныу телебеҙҙе, милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү юлы икәнен дә онотмайыҡ. Ижади коллективтар көслө эшләгән ауылдарҙа һәр байрам, һәр сара зауыҡ менән, матур кимәлдә үтеүенә лә иғтибар итмәй булмай.


Сәләмәт тормошҡа этәргес, йәшәү дәртен үҫтерә торған көскә эйә ул театр сәнғәте. Коллективҡа йәштәрҙе йәлеп итергә тырышабыҙ, улар ҡатнашҡан тамашаларҙы күрергә шул уҡ тиҫтерҙәре килә бит. Ауыл йәштәре мәҙәниәт усағын айыҡ, йөкмәткеле дискотекалар, төрлө күңелле саралар урыны тип ҡабул итә башланы, был беҙҙең өсөн бик ҡиммәт, - тип уртаҡлашты хеҙмәттәштәрен, сәхнәләштәрен ихлас ҡабул иткән Йәнырыҫ ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Гөлнур Кирәева.



Таланттарға бай Ишембай


Ярыш булғас, еңеүселәрҙе лә атайыҡ. Шулай итеп, фестиваль Гран-приһын Көҙән мәҙәниәт йортоноң “Аншлаг” коллективы яуланы. “Берәҙәктәр” исеме аҫтында берләшеп килгән кинйәбулаттар - беренсе урында. Икенсе урын Йәнырыҫ мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәрендә, ә Әхмәрҙең “Ташулаҡ” коллективы лайыҡлы өсөнсө урын менән билдәләнде. Баһалама ағзаларының һәр коллектив үҙенсәлеген айырым күрһәтеп, төрлө номинациялар булдырыуы күңелгә ятты. Түбәнге Әрмет мәҙәниәт йортоноң “Мираҫ” коллективы “Команда – йыл асышы” тип танылды. Афарин, уңыштарығыҙ дауамлы булһын! “Париж ҡыҙҙары” тип таныт та үҙеңде, гримм оҫтаһы булма – Ҡолғона социаль-комплекслы үҙәге сәхнә оҫталары тап ошо номинацияны эләктерҙе. “Жюри күңелен яулаусылар” – сәлихтар булып сыҡты. Петровск мәҙәниәт йорто коллективы “Актер оҫталығы” номинацияһы, Үрге Әрмет “театралдар”ы, Ишем “шаяндар”ы дипломдар менән баһаланды. “Иң музыкаль команда” номинацияһына гармунын ҡулынан төшөрмәгән Минебай Хәлитов эйә булды.


Профессиональ актриса Резеда Әмәкәсованың һәр коллективҡа әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре, файҙалы кәңәштәре лә күңелдәргә ҡанат өҫтәмәй ҡалмағандыр.


“Һин – донъя! Һин – илһам!” тип театр сәнғәтенә мәдхиә уҡыған заманалар артта ҡалды, хәҙер тамашасы иғтибарын компьютер, телефон яуланы тиеүселәр менән һис килешке килмәй. Ошо сарала ҡатнашҡан йыр-моңға, телгә оҫта ябай ауыл кешеләре күңелендәге илһамды, матурлыҡты тойоп та күп нәмәне аңлайһың. Күңелдәр араһында күпер булған сәнғәттең ғүмерен үҙебеҙҙең күңел бейеклеге, зауығы билдәләйҙер.




Фото: автор.
Читайте нас: