Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март 2019, 02:00

“БЕРЕНСЕ РЕСПУБЛИКА” Һоҡландырҙы, тетрәндерҙе, уйландырҙы...

Тамашасылар менән шыпа тулған Мәҙәниәтһарайы “Беренсе республика” фильмын ҡарай.Хатта залдың иң һуңғы рәтендә иң төпкө урында ултырғандарҙы ла битараф ҡалдырмағандырбыл фильм. Ҡарап туйғыһыҙ кадрҙар! Ә ниндәйшәхестәр һәм күпме мәғлүмәт!

Тамашасылар менән шыпа тулған Мәҙәниәт һарайы “Беренсе республика” фильмын ҡарай. Хатта залдың иң һуңғы рәтендә иң төпкө урында ултырғандарҙы ла битараф ҡалдырмағандыр был фильм. Ҡарап туйғыһыҙ кадрҙар! Ә ниндәй шәхестәр һәм күпме мәғлүмәт!



Нимә белә инек беҙ Вәлиулла Мортазин, Мәкәрим Мәһәҙиев, Зәйтүнә Бикбулатова, Ғабдулла Амантай һәм башҡа бик күп шәхестәребеҙ тураһында? Уйлап, ысын геройға тап килһен тип һайланған артистар, шул йылдарҙы күҙ алдына килтергән декорациялар, костюмдар, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә грим һәм иң тетрәндергәне – Мөслим Марат һүҙҙәренә Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың “Сайҡалалар кәмәләр” көйө бөтә фильмда лейтмотив булып яңғырай. Былары – фильмдың күҙгә күренеп торған формаһы, ә йөкмәткеһе – милли телебеҙ, театрыбыҙ, фәнебеҙ, әҙәбиәтебеҙ, мөстәҡиллегебеҙ өсөн көрәш. Йәштәрсә дәрт-дарман, күңел күтәренкелеге, ышаныс, халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн янып-көйөү хас уларға (был йәштәргә). “Бабич” фильмында Вәлиулла Мортазин ролен башҡарған талантлы артист Руслан Хайсаров был фильмда образды баҙығыраҡ, тулыраҡ асыуға ирешкән, Ғәзиз Әлмөхәмәтовты уйнаған Рафиҡ Хәсәнов моңло тауышы, Һәҙиә Дәүләтшина ролен башҡарған Лилиә Исҡужина башҡорт ҡатынҡыҙҙарына хас тыйнаҡлығы, иренә тоғролоғо менән әсир итте, Мәкәрим Мәһәҙиевтың образын кәүҙәләндергән Артур Ҡунаҡбаев геройының юғары мәҙәнилегенә, эшенә, ғаиләһенә тоғролоғона, театр репертуарын һайлауҙа реформатор булыуына ышандырҙы.
Бәғерҙәрҙе телеп үткән йырҙар була, күңел түрендә урын алған шиғырҙар бар, ә был кино һинең хәтереңә ишек ҡаға: “онотманыңмы?” тип иҫкәртә, йәиһә “был хәл бына шулай булды” тип мәғлүмәт бирә.
Бер уйлаһаң, үткән быуат башында булған хәл-ваҡиғалар әллә ҡасан булған кеүек, ә тағы уйлаһаң, әллә ҡайҙа ла түгел, бына ул – репрессия ҡорбаны булған олатайымдың ейәнсәре мин ултырам. Әсәйем һөйләгәндәренән.
1937 йылдың һалҡын көҙ иртәһе. Өй янына машина килеп туҡтай. Ҡоралланған ике кеше өйгә килеп керә, тауышҡа өйҙәге 4 бала ла һикереп тора. Ят кешеләр өйҙөң аҫтын өҫкә килтереп тентей, хатта бүрәнә араһындағы мүкте лә беҙ менән соҡоп ниҙер эҙләйҙәр. Һарыҡ фермаһы мөдире булып эшләгән олатайымды алып китәләр. Тимеров Әбделғәни Ғәлләметдин улының ике генә хаты килә һәм ул һыуға төшкән кеүек юҡ була. Бәләкәй генә Алаҡай ауылынан 7 кеше ошо афәткә эләгә һәм береһе лә әйләнеп ҡайтмай...
Фильмдың икенсе өлөшөн күҙ йәштәрһеҙ ҡарап булмай. Шул йылдарҙың фажиғәһе, төрмә атмосфераһы, тотҡондарҙың хәле – был кадрҙарҙы тыныс ҡарау мөмкин түгел.
Милли интеллигенциябыҙҙың йөҙөк ҡашы булған күпме зыялыларыбыҙ харап ителә! Ил тарихының был аяныслы битен һәр кем күңеленә яҡын ала, уйлана, ғибрәт итеп фәһем ала. Шундай тойғолар кисерергә уйлаһағыҙ, әле фильмды күрмәгән булһағыҙ, килегеҙ, ҡарағыҙ, һоҡланығыҙ һәм уйланығыҙ. Үткәнде белмәгәндең киләсәге ҡараңғы.
Әйткәндәй, бөгөн радионан “Урал” фонды ярҙамында был кино республикабыҙҙың бөтә район-ҡалаларында ла күрһәтеләсәк тип тә һөйөндөрҙөләр. Шәп бит!
Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова.
Читайте нас: