“Ашҡаҙар”, “Беренсе Республика”, Роберт Юлдашев... Өс кис рәттән Мәҙәниәт һарайында үткән был тамашаларҙың һәр береһен килеп күргән, милли театр, кино сәнғәтен үҫтереүгә, ҡурайыбыҙ данын донъяға танытыуға бар булмышын бағышлағандар хеҙмәтен ихлас баһалаған ишембайҙарға мең рәхмәт! Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығы айҡанлы үткәрелгән саралар уртаһында ҡайнағандай хис иттек үҙебеҙҙе!
Сер түгел, бөгөн шау-шоуға ҡоролмаған, зауыҡлы, төплө сараларға залдарҙы тултырыу ҡатмарлы. Тик Роберт осрағында түгел - Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм уның “Ҡурайсы” төркөмө сығышы ысын мәғәнәһендә йөрәктәрҙе, халыҡтарҙы берләштереүсе көскә эйә. Һөйләп аңлатып булмаған, мотлаҡ күрергә, тойорға кәрәк мәлдәр кисерелә Роберттың концертында. “Сыңрау торна”, “Уралым”, донъяға танылған көйҙәрҙән попурри... Ә һуң ҡатыны етәкләгән, ҡыҙы Нәркәс бейегән «Гүзәл-данс» студияһы ҡыҙҙарының бейеүҙәре! «Ҡурайсы» төркөмө ойошторолоуға 10 йыл тулыуға ла арналған тамашанан һәр кем, милләтенә, теленә ҡарамаҫтан, күңел танһығы алды. Көй тамамланыу була, залдағылар Роберттың, күптән ислам динендә булған ир азаматтың, әйтер һүҙен көтә. Шул тиклем ипле, ихлас, фәһемле уның әйткәндәре!
- Бер генә минутҡа Ер йөҙөндә бал ҡорттары, ҡырмыҫҡалар юҡҡа сығыуын күҙ алдына килтерегеҙ. Бәләкәй генә бөжәктәр, әммә уларһыҙ тәбиғәт ҡоролошо үҙгәрәсәк, йәшеллек юҡҡа сығасаҡ. Туған телдәр, халыҡтар менән дә шулай. Ер шарындағы балансты, гармонияны һаҡлай телдәр төрлөгө. Шуға күрә халҡыбыҙ, телебеҙ йәшәһен, Хоҙай Тәғәлә тарафынан яратылған һәр милләт үҙенең асылын һаҡлаһын! - тине ул залдағыларға мөрәжәғәт итеп.
Тамашасы хаҡында айырым һүҙ. Залдың өстән бер өлөшө – балкон һәм ул А. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы егеттәре менән тулғайны. Көсләп килтергәндәр тимәгеҙ йәштәрҙе - концертты, ундағы мөхитте үҙҙәре күреп баһалаусыларҙың былай тип әйтергә теле лә әйләнмәҫ. Алҡышлап, Роберттың һәр ым-ишараһына яуап биреп, кәрәк ерҙә тыпырҙап, көйләп ултырған кадеттар һоҡландырҙы, ғорурландырҙы! Концерттан һуң берәүҙәре автограф алды, икенселәре ҡулын ҡыҫып, рәхмәтен әйтте. Роберт Нәжип улы ла, бейеүсе ҡыҙҙар ҙа, концерттарҙы тап ошондай йәштәрҙең күңел биреп ҡабул итеүе ҡиммәт, тине.