Быуаттар буйына башҡорт халҡының күңел түрендә йәшәп килгән мәшһүр эпосыбыҙ “Урал батыр”ҙы яттан hөйләүселәр ошо көндәрҙә Маҡар ауылы мәҙәниәт йортона йыйылды.
Һәр һүҙе алтынға бәрәбәр аҫыл ҡомартҡыбыҙҙан был юлдар кешелек өсөн тормош ҡануны булып яңғырай. Ата-бабалар быуындан-быуынға тапшырып килгән рухи хазинабыҙға, ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһөнә бағышланған сараны маҡарҙар ҙур теләк менән күтәреп алды. Билдәле сәсәниә, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәеваның, бынан бер нисә йыл элек ошо ише сараларҙы үҙ эсенә алған проектты башлап ебәреүсе булараҡ, был көн ауылыбыҙға үҙе килеүе байрамды тағы ла мәртәбәлерәк итте. Йырсы-композитор Зилара Раян ҡыҙы Йомағужина ла хөрмәтле ҡунағыбыҙ булды. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм башҡорт батырҙары рухына арналған байрам райондың 13 ауылынан ағинәйҙәрҙе, имам-хатиптарҙы, мәҙәниәт, китапхана хеҙмәткәрҙәрен, мәктәп балаларын, башҡорт теле уҡытыусыларын, тарихыбыҙға, телебеҙгә, милли йолаларыбыҙға битараф булмаған саф күңелле кешеләрҙе йыйҙы.
Ни өсөн “Урал батыр” эпосына арналған сара Маҡарҙа ойошторолдо тиһегеҙме? Сөнки был ерҙәр борон-борондан йыйындар урыны булған, Башҡортостан автономияһы, үҙаллылығы өсөн көрәшеүселәр, республикабыҙҙа, Рәсәйҙә билдәле шәхестәр үҫеп сыҡҡан төйәк булараҡ та билдәле Маҡар. Ә ни өсөн ҡыш көнөмө? Сөнки риүәйәттәр, легендалар буйынса ҡыш - батырҙарҙың йоҡо осоро, тынлыҡ мәле. Ер өҫтөн аҡ ҡарҙар ҡаплағас, башҡорт халҡы, батырҙарына, әүлиәләренә арнап, Ҡөрьән аяттары уҡыған, ҡорбан салдырған, ҡар өҫтөндә ярыштар үткәргән. Халҡыбыҙҙың ошо йолаһын тергеҙеү, “Урал батыр” эпосындағы мәңгелек ҡиммәттәрҙе, милләтебеҙ асылын күрһәтеүҙе байрам маҡсаты итеп ҡуйҙыҡ.
Быуындар бәйләнешенең матур өлгөһө
Ауыл мәсете имам-хатибы Юлай Моғаттар улы Йомағужиндың изге нәсихәте менән башланып киткән сара быуындар бәйләнешен көсәйтеү яғынан да ҙур әһәмиәткә эйә булды. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренән башлап, ағинәйҙәребеҙгә тиклем эпосты матур итеп яттан һөйләнеләр. “Урал батыр” эпосынан өҙөктәр сәхнәләштергән уҡыусыларҙы, Әрмет, Кинйәбулат, Көҙән ауылдарынан эпостың байтаҡ юлдарын яттан һөйләүселәрҙе, Ҡолғона, Көҙән, Ишәй ауылдарынан мөнәжәт әйтеүселәрҙе, ҡубыҙ, тальян гармунда халыҡ көйҙәрен уйнаусыларҙы халыҡ алҡыштар менән оҙатты. Маҡар ауылы мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмөндә тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар Гөлназ Үтәгәнова менән Әҙилә Мырҙабулатованың 50-90-шар юлды яттан белеүе ҙур һоҡланыу тыуҙырҙы. Эпос башҡорт, татар, рус телдәрендә генә түгел, Регина Мусина һәм Азалия Кәримова башҡарыуында инглизсә лә яңғыраны. Байрамдың тулҡынландырғыс мәлдәре күп булды. Сәхнәгә 30-ҙан ашыу кешенең, бәләкәй балаларҙан башлап, һикһәнде үткән өлкәндәргә тиклем бер-бер артлы сыға барып, бер яңылышмай, береһе башлағанды икенсеһе элеп алып, 500 юлды уҡыуҙары иҫ киткес күренеш ине! Ә ҡот ҡайтарыу йолаһын күмәкләп башҡарыу һуң! Сәхнәгә сығып баҫҡан сәсәниә Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы менән тотош тамаша залы бер бөтөнгә әйләнде. Әйтерһең дә, залдағы бөтә халыҡ “Урал батыр” эпосынан ҡот ҡайтарғанда әйтә торған юлдарҙы бәләкәстән белгән, ятлаған, ә әле килеп тарихи хәтере уянған! Тәндең, мейенең һәр күҙәнәге, йөрәк һәм аҡыл бер төйөн, еп-еңел бер йомғаҡ булып, ер менән күк араһында осҡандай булды ошо мәлдә...
Уҡтан атыу, бура һуғыу ярыштары ла байрамдың сәмле, рухлы тулы мәлдәре булып, олоһо-кесеһе хәтеренә уйылып ҡалғандыр. Уйындар ҡар өҫтөндә үтергә тейеш булһа ла, көслө буран сығып торғас, спорт залында ойошторорға тура килде. Әхмәр ауылынан уҡ-яндарын күтәреп килеп еткән Илдар Абыҙгилдин эргәһенә үҙҙәре эшләгән ҡоралдары менән малай-ҡыҙҙар йыйылды. Батырҙар ише ҡыйыу, алдынғы булыу теләге балаларҙа көслө тойғолар уятты. 15-25 йәшлектәр ауҙара алмағанды Этҡол ауылынан 81 йәшлек Инира апай бер һелтәүҙә бура һуҡты.
Берҙәм булғанда, булдырабыҙ!
- Шул тиклем ихлас ойошҡанлыҡ, берҙәмлек тойола. Балалар, өлкәндәр конкурс, бүләк тип түгел, ә ошо ҙур, изге сарала ҡатнашыу теләгенән эпостан юлдар ятлаған. Дөрөҫ итеп, мәғәнәһен аңлап һөйләйҙәр. Байрамдың Башҡортостаныбыҙҙың юбилейы айҡанлы ойошторолоуы ла үтә әһәмиәтле, - тип уртаҡлашты үҙенең фекере менән Розалиә Солтангәрәева. – “Урал батыр” эпосын күптәребеҙ фантастика, әкиәт тип ҡабул итә, был төптө улай түгел. Эпоста - халҡыбыҙҙың булмышы, тәбиғәте, тормош фәлсәфәһе. Боронғоно белмәй тороп, иртәгәгә атлап булмай. “Урал батыр”ҙы әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе.
Сара аҙағында районыбыҙҙың ете имамхатибы, Урал батырҙан башлап бөгөнгө көнгә тиклем билдәле булған батырҙарыбыҙға атап, Ҡөрьән аяттары уҡыны, Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова һәм Шәрифә Хаммат ҡыҙы Юлғотлина салдырған ҡорбан ашын фатихаланы. Сарала ҡатнашҡан ике йөҙҙән ашыу кеше, ҡорбан ашы, былау менән һыйланып, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт яуҙырҙы. Ошондай байрамдарҙың бик кәрәк булыуын, барыбыҙ өсөн ҙур сауап икәнлеген әйтте ҡунаҡтар. “Салауатбыяла” акционер йәмғиәте һәм ауылыбыҙҙың булдыҡлы эшҡыуары Шәрифә Хаммат ҡыҙы әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр ҙә ихлас ҡабул ителде. Йәнырыҫ ауылы мәсете имам-хатибы Рәшит хәҙрәт сараның ҙур тәрбиәүи көсөн билдәләне. Йәнырыҫта 19 июлдә Ҡөрьән аяттарын яттан һөйләүселәр конкурсы үтәсәген дә белдек, Ришат хәҙрәт Розалия Әсәфәндиәр ҡыҙын иң хөрмәтле ҡунаҡ сифатында күреренә оло ышаныс белдерҙе.
Күмәк эштең һөҙөмтәһе лә матур булыусан. Халҡыбыҙҙы донъяға танытҡан “Урал батыр” эпосына бағышланған байрамды үткәрешеүҙә ҡатнашҡан, төрлө ауылдарҙан килгән һәр кемгә тәрән рәхмәтлебеҙ. Сәхнәләрҙән яңғырап, күңелдәрҙе тәрбиәләп торһон рухи ҡомартҡыбыҙ