Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Март 2019, 02:00

“Бәхет бураны” уңыш килтерҙе

Ишәй ауылы һандуғасы Рузалиә Ниғмәтуллина Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған “Етегән-2019” республика конкурсынан үҙе ижад иткән йыры менән 3-сө урын алып ҡайтты.

Ишәй ауылы һандуғасы Рузалиә Ниғмәтуллина Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған “Етегән-2019” республика конкурсынан үҙе ижад иткән йыры менән 3-сө урын алып ҡайтты.


“Етегән – ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ символы” тип исемлән-гән республика башҡорт байрамы бик күп ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде.


Яҡташыбыҙ үҙе яҙған “Бәхет бураны” йыры менән юғары баһа алыуға өлгәште. Рузалиә башҡа конкурстарҙан да ситтә ҡалмай. Күптән түгел ул “Туған тел” каналында ойошторолған бөтә Рәсәй фестивалендә лә үҙенең “Сирендәр” йыры менән ҡатнашҡайны.


Яҡташыбыҙ пьеса яҙыуҙа ла үҙен һынай. Салауат ҡалаһының һәүәҫкәр артистары уның “Хыянатҡа ғәфү юҡ” тигән пьесаһын сәхнәләштергән. Тиҙҙән ул Ишәй сәхнәһендә Театр йылын асыу сараһында күрһәтеләсәк.



Читайте нас: